Өфө ҡалаһында 15 июлдә "Терра Башкирия" тигән башҡорт тоҡомло аттар араһында V республика ат спорты буйынса турнир ойошторола. Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, турнирҙың дөйөм приз фонды 10 миллион һум. – "Терра Башкирия"ны асыуҙа хедлайнер ролен йырсы һәм шоумен ZAINETDIN, шулай уҡ "Бишбармаҡ" оркестры үтәй, – тип һөйләй "Аҡбуҙат" ат һәм ат спорты буйынса Башҡортостан компетенция үҙәге директоры Руслан Фәйзуллин. – Бик бай һәм йөкмәткеле программа төҙөлгән. Балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, фотозона урыны, ижfди коллективтарҙың cығышыһәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, июль-сентябрь айҙарында бөтәһе һигеҙ бәйге ҡаралған. Ә финал 10 сентябрҙә үтәсәк. Фото: loshadiya.ru