Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Рөстәм Нәбиев: "Иҫәр кешеләр, беҙҙе сағыштырмағыҙ!"

Яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев уны олимпия чемпионы Роман Костомаров менән сағыштырғандарға, уларҙы "ахмаҡ кешеләр" тип атап, ҡырҡа яуап бирҙе. Был хаҡта ул телеграм-каналдағы шәхси блогында айырым яҙҙы. Кешеләр әйтеүенсә, йыл башында пневмония үткәргәндән һуң, хәле киҫкенләшеп, аяҡ-ҡулдары ампутацияланған фигурист тиҙерәк йүнәлә һәм протездар ярҙамында шөғөлләнә лә инде. Ысынлап та, июль башында Роман Костомаров, ниһайәт, үҙенең дауаланыуы, күнекмәләр үткәреүе тураһында интернетта бер нисә видеояҙма һалды. Бығаса бер нимә лә өндәшмәгән спортсы протездарҙа тренажерҙа йүгерә, көс күнекмәләре яһай һәм баҫҡыстан күтәрелә-төшә. Рөстәм Нәбиев һүҙҙәренсә, уларҙың хәле бер төрлө түгел. "Иҫәр кешеләр мине Костомаров менән сағыштыра башланы. Йәнәһе, ул тиҙ генә аяғына баҫты, ә мин ете йыл буйы быны эшләй алмайым. Беҙҙең ампутацияларҙы сағыштырмағыҙ! Уның аяҡтарының 1/3 өлөшө генә ҡырҡылған, ә минең иһә 1/3 өлөш кенә ҡалған. Был - бик ҙур айырма", - тигән ул. Рөстәм Нәбиев, Башҡортостандың Саҡмағош районы егете, 2015 йылда Омскиҙа армияла саҡта казарма емерелеү һөҙөмтәһендә зыян күргәндән һуң ике аяғын да юғалтты. Ә Роман Костомаров быйыл ғинуарҙа ауыр хәлдә дауаханаға эләкте һәм, пневмониянан һуң өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килеп, гангрена башланғас, уның аяҡтарының табандарын һәм ҡул суҡтарын киҫтеләр. Әйткәндәй, яңыраҡ Рөстәм Нәбиев Роман Костомаровҡа теләктәшлек белдереп, артабан бөтәһе лә үҙеңдән тора, тигәйне. Икегеҙ ҙә бирешмәйһегеҙ, егеттәр. Афарин! Фото: социаль селтәрҙәге видеонан скриншот.