Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров: "Санкциялар ауыр йоғонто яһай алманы"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ведомости” эшлекле баҫмаһына интервьюла республикала санкцияларҙың нисек сағылыуы, әле төбәктә кем инвестицияларға әҙер булыуы һәм махсус операция башланғандан һуң уның тормошоноң нисек үҙгәреүе хаҡында һөйләне. – Бер йыл самаһы элек, махсус операция башланғандан һуң, Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индерелә башланы. Улар төбәк иҡтисадында нисек сағылыш тапҡан? Башҡортостандан киткән компаниялар булдымы? – Башҡортостанда сит ил капиталы менән байтаҡ предприятиелар булмағанға күрә, беҙ был өлөштә әллә ни санкцияларҙы һиҙмәнек. IKEA кеүек эре селтәрҙәрҙең ҡайһы берҙәре китте. Ләкин локалләшкән предприятиелар ҡала. Мәҫәлән, беҙҙә эшләгән ҡайһы бер Европа компаниялары бар – мин уларҙы атамайым, сөнки уларға кире эшләүем мөмкин, –улар китмәне генә түгел, ә республикала үҙ бизнесын үҫтереү менән шөғөлләнә, яңы производстволар аса. Беҙгә санкциялар логистика яғынан тәьҫир итте, сөнки логистик сылбырҙар туҙҙырылды. Шуға күрә беҙ бер йыл тиерлек был әйберҙәрҙе юлға һалыу менән шөғөлләндек. Йәки машина эшләүҙе алһаҡ, “НЕФАЗ” предприятиеһына һиҙелерлек баҫым яһалды, сөнки унда сит ил деталдәре бар ине. Әммә башҡа илдәр ҙә бар, һәм хәҙер автобустар, электробустар унан килә – һәм улар яҡшы эшләй. Шуға күрә беҙ транспорт етмәүҙе хәл иттек. – Дөйөм алғанда, хәл тыныс булып сығамы? – Санкцияларға бәйле хәлдә лә ыңғай күренеш бар: ҙур нефть компаниялары өсөн нефть промыслаһы ҡорамалдары һатҡан компаниялар китте. Ә Башҡортостан электән нефть промыслаһы ҡорамалдары буйынса компетенциялар үҙәге булып тора. Әгәр элек беҙ көнбайыш компаниялары менән конкуренцияла еңелһәк, әле иһә был өлкәне баҫып ала башланыҡ. Беҙҙең нефть промыслаһы предприятиелары бөтөн Рәсәй буйынса ҙур компанияларға нефть продукттарын сығарыу, эшкәртеү өсөн кәрәкле бөтә нәмәне киң тарата башланы. Йәғни, бер яҡтан, үҙебеҙ эшләгәндең иҫәбен арттырҙыҡ. Икенсе яҡтан, башҡа тәьмин итеүселәр ҙә табылды. Мәҫәлән, беҙ һәр ваҡыт ауыл хужалығы техникаһы һатып алдыҡ. Бик ҙур күләмдәр менән. Элегерәк John Deere, CLAAS һәм башҡаларҙы алдыҡ. Ә хәҙер белорустар килде һәм был линейканы тулыһынса тиерлек алмаштырҙы. Дуҫ илдәрҙән бизнес, шул уҡ Zoomlion һәм техника менән тәьмин итеүсе башҡа компаниялар инә. Һиндостандан тәгәрмәсле бәләкәй тракторҙар күренә башланы. Ҡала-ара автобустар етешмәй ине, хәҙер уларҙы Ҡытай оҙата. Санкциялар – ул, әлбиттә, күңелһеҙ хәл. Ул һәр саҡ ниҙер үҙгәртергә, әүҙем булырға һәм күп уйларға мәжбүр итә. Әммә тағы бер ҡабатлайым: санкция беҙгә ауыр йоғонто яһай алманы. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.