Баймаҡ районынан махсус хәрби операцияла булған ир-егеттәргә сираттағы гуманитар ярҙам китте. Уны әҙерләүгә, яугирҙәрҙең туғандары ғына түгел, ә ойошма-предприятиелар, бар район халҡы ҡушыла. Ишбирҙе мәктәбе директоры Ләйсән Сәфәрғәле ҡыҙы яугирҙәргә файҙалы дарыу үләндәрен йыйыу ойошторған. Ауыл халҡы уның изге теләген күтәреп алды. Сөнки яугирҙәргә һалҡын тейеүҙән ярҙам иткән, ҡанды туҡтатҡан, яраларҙы тиҙерәк бөтәштергән үләндәр бик тә кәрәк. Ләйсән Сәфәрғәле ҡыҙы: - Мәрйәмә Хәсәнова, Ғәлимә Юнысова, Фәннүр Солтанғолова, Динә Юнысова, Ләлә Иҙелбаева апайҙар үләнде бигерәк күп йыйып бирҙе. Үләндәрҙең исемен һанап бөтөрлөк түгел! Бөгөн уларҙың барыһын да Баймаҡҡа алып килеп, мәғариф бүлегенә алып барып тапшырҙым, - тине. Ләйсән Сәфәрғәле ҡыҙы студент ҡыҙҙары Зарина һәм Камила менән халыҡ алып килгән һәм үҙҙәре әҙерләгән үләнде матур итеп ҡағыҙ йәшниктәргә бүлеп һалып сыҡҡан. Үлән йыйыусыларҙың барыһы ла: “Һуғыш тиҙерәк бөтһөн, яугирҙәребеҙ еңеү менән, имен-һау әйләнеп ҡайтһын!” - тип