Найти тему
Башҡортостан гәзите

Фатирығыҙға индермәһәгеҙ, аҡса түләрһегеҙ

Рәсәй Хөкүмәте газ хеҙмәттәре белгестәрен фатирына индереүҙән баш тартҡан өсөн штрафтарҙы һиҙелерлек арттырыуҙы ҡараған закон проектын хупланы. Министрҙар Кабинеты башланғысты яҡлауҙарын белдергән. Хәҙерге ваҡытта газ хеҙмәткәрҙәрен тораҡтарына индермәгән граждандар бер меңдән ике мең һумға тиклем штраф түләргә тейеш. Был сумманы биш тапҡырға арттырырға уйлайҙар. Бынан тыш, вазифалы кешеләр өсөн максималь санкция 100 мең һум күләмендә, ә юридик берәмектәр өсөн 500 мең һумға тиклем ҡаралған. Закон проекты шулай уҡ газ ҡорамалын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау тураһында килешеү төҙөүҙән баш тартҡан граждандар өсөн 10 мең һум күләмендә штраф индереүҙе күҙ уңында тота. Был башланғыстың төп маҡсаты – көнкүрештә ҡулланылған газ менән бәйле авариялар һанын кәметеү. Фото: BashNews