Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Гөлназ Асаева: "Ошо арала ҡәтғи ҡарар ҡабул итәм дә..."

Йырсылар кеүек билдәле кешеләр ус төбөндә кеүек. Тамашасылары ла уларҙың ижады, тормошо менән ҡыҙыҡһынып ҡына тора. Гөлназ Асаева ла социаль селтәрҙәрҙәге дуҫтарына йыш ҡына эс серҙәрен һөйләй, кәңәш һорай. Әле бына ул сәхифәһендә үҙенең тормошоноң ҡатмарлы осоро барғанын хәбәр итте. Ошо арҡала хатта йоҡоһоҙлоҡтан интегеүен әйткән. "Минең шундай тынғыһыҙ төнөм булды, хатта йүнләп йоҡламаным, уйландым. Беҙҙә ҙур үҙгәрештәр. Бының әле нимәгә килтеререн белмәйем. Ҡәтғи ҡарар ҡабул иткәс, ошо көндәрҙә ул турала һөйләрмен", - ти Гөлназ Асаева. Йырсының табыныусылары төрлө фараздар ҡора. Әле генә уның "Һаубуллашыу" йырын яҙҙырыуын да телгә ала. Тормош булғас, төрлөһө була. Тик тамашасыларыңды йырҙарың, ижадың менән һөйөндөрөүеңде дауам ит, Гөлназ! Фото: https://vk.com/asaeva_official