Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Дуҫҡа китап” Бөтә Рәсәй акцияһы

Республикала “Дуҫҡа китап” Бөтә Рәсәй акцияһы ҙур тиҙлек ала бара. Балалар һәм йәштәр Рәсәй хәрәкәтенең “Беренселәр хәрәкәте” был акцияның иницаторы булып тора. Акцияның маҡсаты – Херсон һәм Запорожье өлкәләренең, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының бюджетҡа ҡараған федераль дәүләт китап фондтарын яңыртыу, дөйөм белем биреү учреждениеларын һәм муниципаль китапханаларҙы тулыландырыу. Бүләккә, әҙәбиәтебеҙҙең классик әҫәрҙәренән тыш, балалар һәм үҫеп килгән йәш быуынға файҙа булырлыҡ һәм айырыуса рухи ҡиммәттәр һаҡлаған китаптар тапшырырға мөмкин. Унда буласаҡ китап уҡыусыға йылы теләктәр менән открыткалар һалыу ҙа күҙ уңында тотола. Ҙур ихтыяжда булған әҙәби мираҫҡа, ысын мәғәнәһендә бер яҡты ҡараш булдырҙы был акция. Бер ай эсендә генә, битараф булмаған республика халҡының төрлө ерҙән бик күп китаптар килтереүе, акцияның уңышлы һәм киң масштабта барыуын һөйләй. Әйткәндәй, республика халҡының Беренселәр хәрәкәте төбәк бүлеге аша туғандаш халыҡтарға китап бүләк итеү мөмкинлеге әле лә бар. Ә бүләккә китап йыйыуҙың төп урыны булып: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 4-се йорт һанала (Башҡортостан Республикаһының Алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәге). Шулай уҡ ҡабул итеү нөктәләре республиканың төрлө урындарында урынлашҡан. Бының турала https://будьвдвижении.рф/projects/249 сайтында белергә мөмкин. Әгәр кемдер үҙе йәшәгән төбәктә китап йыйып оҙатырға теләһә https://forms.yandex.ru/cloud/646ef2e73e9d0809c1b80788/ һылтанмаһы аша үтеп анкета тултырырға була. Китаптарҙы йыйыу буйынса мәғлүмәтте 8(927)952-69-05 телефон һандары буйынса, Совет төбәк бүлегенең рәйесе урынбаҫары Хорошавцев Алексей Ивановичтан алырға мөмкин. Акция үткәрелгән урындарҙа китапты ҡабул итеү һәм тәғәйенләп бүлеү ойошторола. Дефекттар һәм яҙыу-һыҙыу булған урындары ныҡлап тикшерелеп алына. “Дуҫҡа китап” Беренселәр хәрәкәтенең бөтә 85 бүлегенән йыйылғандан һуң #БеҙБергә Ассоциацияланған ирекмәндәр штабы ярҙамы менән, кәрәкле урындарға ебәреләсәк, шулай уҡ яңы субъектҡа һәр балаға тәғәйен рәүештә лә тапшырыласаҡ. Бының турала Башҡортостан Республикаһы Башлығының балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаларына булышлыҡ итеү буйынса кәңәшсеһе, Советтың төбәк бүлеге рәйесе Рәнис Хәсәнов: “Был акцияның мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үткем килә: үҫеп килгән быуында китап уҡыу һәм уҡыу мәҙәниәтен пропагандалау төп бурыстарҙың береһе булып тора. "Дуҫҡа китап" акцияһы, йәмғиәттең иғтибарын китап уҡыуға йәлеп итеү аша, бар республика халҡын төрлө һәм сифатлы китап менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Мин барыһын да был акцияла ҡатнашып, китап уҡыу мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ итергә саҡырам. Беҙ әҙәби мираҫыбыҙҙы баһалаған һәм уның ҡиммәттәрен аңлаған йәш быуын тәрбиәләргә тейешбеҙ”, – тип белдерҙе. Акция 1 сентябргә тиклем дауам итәсәк. “Дуҫҡа китап” бүләк итергә өлгөрөгөҙ, дуҫтар! Фотолар: Интернеттан.