Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Ошо өс көн өсөн рәхмәт"

Тәтешле йәштәре республиканың ирекмәндәр лагерында булды “Мәғариф” милли проектының "Социаль әүҙемлек" төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Рәсәй Федерацияһы Геройы М.В. Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркы биләмәһендә волонтерҙарҙың республика лагеры үтте. Унда Тәтешле районынан да йәштәр ҡатнашты. Ойоштороусылар әүҙем ирекмәндәр иҫәбенән ике ҡатнашыусыны - Арлиан Ғабдулхаҡовты һәм Регина Бадертдинованы һайлап алған. Балалар “Мәҙәниәт амбассадорҙары” һәм “Экологик киләсәк” сменалары эшендә әүҙем ҡатнашты. Өс көн дауамында лагерҙа ҡатнашыусылар – әүҙем ирекмәндәр һәм ирекмәндәрҙе ойоштороусылар волонтерлыҡ сараларын ойоштороуҙа үҙ оҫталыҡтарын һынап ҡараны, ирекмәндәрҙең актуаль йүнәлештәре менән танышты һәм “Геройҙар уҙышы” спорт ярышында ҡатнашты. “Ошо өс көндә йәштәр менән бик ныҡ яҡынайҙыҡ! Беҙ фекерҙәштәр, яңы дуҫтар таптыҡ! Был өс көн иң ҡиммәтле көндәр һәм июль айының иң гүзәл башланыуы булды! Ошо лагерь өсөн ҙур рәхмәт”, - тип билдәләне сменала ҡатнашыусы А

Тәтешле йәштәре республиканың ирекмәндәр лагерында булды “Мәғариф” милли проектының "Социаль әүҙемлек" төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Рәсәй Федерацияһы Геройы М.В. Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркы биләмәһендә волонтерҙарҙың республика лагеры үтте. Унда Тәтешле районынан да йәштәр ҡатнашты. Ойоштороусылар әүҙем ирекмәндәр иҫәбенән ике ҡатнашыусыны - Арлиан Ғабдулхаҡовты һәм Регина Бадертдинованы һайлап алған. Балалар “Мәҙәниәт амбассадорҙары” һәм “Экологик киләсәк” сменалары эшендә әүҙем ҡатнашты. Өс көн дауамында лагерҙа ҡатнашыусылар – әүҙем ирекмәндәр һәм ирекмәндәрҙе ойоштороусылар волонтерлыҡ сараларын ойоштороуҙа үҙ оҫталыҡтарын һынап ҡараны, ирекмәндәрҙең актуаль йүнәлештәре менән танышты һәм “Геройҙар уҙышы” спорт ярышында ҡатнашты. “Ошо өс көндә йәштәр менән бик ныҡ яҡынайҙыҡ! Беҙ фекерҙәштәр, яңы дуҫтар таптыҡ! Был өс көн иң ҡиммәтле көндәр һәм июль айының иң гүзәл башланыуы булды! Ошо лагерь өсөн ҙур рәхмәт”, - тип билдәләне сменала ҡатнашыусы Арлиан Ғабдулхаҡов. Билдәле булыуынса, "Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Тәтешле районы хакимиәте.