Найти тему
Башҡортостан гәзите

Стәрлебаш шишмәләре төҙөкләндереләсәк

4 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһенең Попечителлек советы ултырышын үткәрҙе. Сара "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проектының "Туристик инфраструктураһын үҫтереү" федераль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙҙы. Стәрлебаш районынан ултырышта Рус география йәмғиәтенең Стәрлебаш бүлексәһе рәйесе, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Флүр Шаһисолтанов ҡатнашты. Ҡатнашыусылар төбәк бүлексәһе эшенә йомғаҡ яһаны, шулай уҡ республика биләмәһендә ғилми-тикшеренеү һәм аң-белем таратыу эшмәкәрлеген үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләрен тикшерҙе. Сара һуңында республика Башлығы Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе ағзаларына әүҙем эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Рус география йәмғиәтенең урындағы бүлексәләре араһында грант проекттары конкурсында еңеүселәргә аҡсалата сертификаттар тапшырҙы. Стәрлебаш районы ла "Рус география йәмғиәте шишмәләре" грантына тәҡдим иткән Стәрле, Күндерәк, Тәтер, Өршәк һәм Ҡуғанаҡ йылғаларының сығанаҡтары буйынса "Стәрлебаш шишмәләре" проекты аҡсалата сертификаттарға лайыҡ булды. Проект сиктәрендә мәғлүмәт таҡталары, туристик маршруттар, эскәмйәләр, евроконтейнерҙар, туалеттар ҡуйыу, шулай уҡ биш шишмәнең химик составын анализлау ҡаралған. Билдәле булыуынса, "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Стәрлебаш районы хакимиәте.