Атайсалын төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар биргән Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылының уҙаманы Хәлил Харваевтың изге эштәре иғтибарға лайыҡ. Хәлил Харваев әле, “Атайсал” проектына һәм Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылына ярашлы, Хәсән шишмәһен тергеҙә башлаған. Әммә был уның сираттағы изге башланғысы булып тора. Бынан алда илһөйәр уҙаман Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы эргәһендә постаментҡа “Т-74” тракторын ҡуйған. “Т-74” тракторы ябай техника ғына түгел, ул арымай-талмай эшләү һәм ата-бабаларға тоғролоҡ символы булып тора. Уның ярҙамында ауыл эшсәндәре Тыуған илдең сәскә атыуына үҙ хеҙмәтен һәм көсөн һалған. Тракторҙы постаментҡа ҡуйыу – ҡасандыр Тыуған иле мәнфәғәтендә Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында йәшәгән һәм эшләгән кешеләргә хөрмәт билдәһе. Хәлил Харваевтың башланғысы, элекке быуындарҙың хеҙмәт мираҫының лайыҡлы вариҫтары булараҡ, тыуған еребеҙ тураһында хәстәрлек күреү өсөн барыбыҙ өсөн дә илһам сығанағы булһын. Фото: vk.com/ataysalrb