“Башгидромет” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, аҙна аҙағына тиклем республикала көндәр эҫе булыр тип көтөлә. Бөгөн яуым-төшөм булмай. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы +27,+32°. Иртәгә лә ямғыр яуыр тип күҙалланмай. Ел төньяҡтан, урыны менән көсйәеүсән. Термометр уҡтары төндә +14,+19°, төньяҡта до +9°, көндөҙ +26,+31 күрһәтәсәк. Йома ла ямғырлы булмаҫ, тип көтөлә. Һауа температураһы төндә +14,+19°, көнсығышта +9°, көндөҙ +26,+31 була. Көндәрҙең эҫе тороуы һөҙөмтәһендә күптәр йылға-күл буйҙарына урман-яландарға ял итергә сыға. Йәмле йәҙең һәр көнө матур үтһен, тиһәгеҙ, хәүефһеҙлек сараларын күрегеҙ. Бигерәк тә йылға-күл буйҙарында һаҡ булығыҙ, юғиһә батыу осрағы янай. Тағы ут менән дә һаҡ ҡыланығыҙ: “ҡыҙыл әтәс” бер кемде лә аямай. Йәнә сәләмәтлегегеҙгә даими һаҡсыл ҡараш булдырығыҙ. Фото: inbusiness.kz