Тәтешле районынан мобилизацияланған “Кейәү” позывнойлы яугирҙең ҡыҙы тыуған. Сабыйҙы һәм әсәһен ҡаршы алырға туғандары, дуҫтары, күршеләре һәм Аҡбулат, Яңғыҙнарат ауыл биләмәләре башлыҡтары Ф. Р. Ниғәмәтйәнов һәм Д. Л. Минелбаев килде. Бала – хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә беренсе бала. Ата-әсәһе ҡыҙына Әмирә тип исем бирә. Йәш атай ҡыҙын әле телефон аша ғына күргән. Ғаиләгеҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ һәм мөхәббәт хөкөм һөрһөн, ә ҡыҙығыҙ ҙур шатлыҡ һәм ысын ғорурлыҡ булһын! Ә сабыйҙың атаһына ныҡлы рух теләйбеҙ, иҫән-һау ҡайтырға яҙһын. Ошо урында боронғоларҙың әйткәнен иҫкә төшөрмәү мөмкин түгелдер. Өлкәндәр: “Күберәк ҡыҙ балалар тыуһа, илгә тыныслыҡ килер”, - тиер ине. Илебеҙгә тиҙерәк именлек килһен, донъяла һәр кем аяҙ күк аҫтында йәшәһен. Сығанаҡ: vk.com/lifetatyshly