1 июлдән Башҡортостанда “Мәктәпкә барырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы башланды. Сара республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан 13-сө тапҡыр ойошторола. Уның маҡсаты – ауыл тормош хәленә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү, балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләү. Мәктәп кәрәк-яраҡтары “Ғаилә” район-ара үҙәктәрендә һәм уларҙың ҡалаларҙағы, райондарҙағы бүлексәләрендә йыйыла. Йәй аҙағында хәйриә акцияһы булышлығында тупланған ярҙам Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы ойошмаларҙа иҫәптә торған ғаиләләргә тапшырыласаҡ. Улар – аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, тулы булмаған, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләгән ғаиләләр. Акцияла айырым кешеләр ҙә, коммерцияға ҡараған ойошмалар ҙа, район, ҡала, ауыл биләмәһе хакимиәттәре лә ҡатнаша ала. Яңы йәки яҡшы хәлдәге портфелдәр, мәктәп формалары, әсбаптар, художестволы әҙәбиәт һәм башҡа мәктәп кәрәк-яраҡтары ҡабул ителә. Фото: kyurgaza.ru