Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһынан Рәсәй Геройы Степан Белов махсус хәрби операция биләмәһенән сәләм ебәргән. Рәсәй Оборона министрлығы уның фотоһын баҫтырып сығарҙы. Унда яҡташыбыҙ Һеләүһен ҡушаматлы бесәйе менән төшкән. "Яңы ғына Степан менән бәйләнешкә индек. Ул, төнгө сәғәт 3-тән алып хәрби задание үтәйбеҙ, дошмандың күп кенә техникаһын юҡҡа сығарҙыҡ, тип белдерҙе", - тиелә министрлыҡтың телеграм-каналында. Июндә Степан Беловҡа 28 йәш тулды. Әммә ул - күптән инде Рәсәй Геройы. Былтыр декабрҙә ил Президенты Владимир Путин ҡулынан "Алтын Йондоҙ" миҙалын алды. Иптәштәре менән дошмандың 20 танкыһын, туғыҙ БМП-һын юҡ иткәйне. Яугир ике Ҡаһарманлыҡ ордены, Суворов һәм "Хәрби хеҙмәттәре өсөн" миҙалдары менән бүләкләнгән, бурысын яҡшы үтәгәне өсөн ваҡытынан алда гвардия капитаны дәрәжәһенә лайыҡ булған. Ҡазан юғары танк училищеһын тамамлаған егет 2022 йылдың февраленән махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Быйыл мартта ул ялға ҡайтып, шифаханала һаулығын нығытып китте. Шул осорҙ
"Махсус хәрби операция тамамланғас осрашырбыҙ тигәйне..."
5 июля 20235 июл 2023
1 мин