Үрге Тәтешле үҙәк район дауаханаһы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, заманса видеоколоноскоп ҡорамалы алды. “Пентакс” фирмаһында етештерелгән ҡорамал төрлө йәштәге пациенттар өсөн тәғәйенләнгән. Диагностик мөмкинлектәре HD+ сифатына ярашлы. Инновациялы технология һүрәтте анализлай һәм бер нисә үҙенсәлекле фильтрҙарҙы ҡуллана. Һөҙөмтәлә табип юғары контраслы һәм аныҡ һүрәттәр менән эш итә. Лайлалы тиресә структураһы айырмалығын тикшереүҙә лә ҡорамал тәьҫирле, ҡан тамырҙары асығыраҡ күренә, шулай уҡ шик тыуҙырған сиктәрҙе яҡшы асыҡларға мөмкин. – Яңы ҡорамал диагностика теүәллеген арттыра, пациенттарҙы күберәк ҡабул итергә мөмкинлек бирә, тикшереүҙәрҙе көтөү ваҡытын ҡыҫҡарта, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Илгиз Шәңгәрәев. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы ин