Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүгә конкурс бара

Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүгә конкурс иғлан ителде Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге Башҡортостан Республикаһы дәүләт премияһын тапшырыу буйынса комиссия 2023 йылдың 15 июненән 15 июленә тиклем балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге Башҡортостан Республикаһы дәүләт премияһына дәғүә итеүгә эштәр ҡабул итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, премия ике йылға бер тапҡыр әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре менән үҫеп килгән быуынды рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән өсөн бирелә. Конкурсҡа балалар һәм үҫмерҙәр өсөн айырым китап булып нәшер ителгән, ваҡытлы матбуғатта баҫылған йәки эштәрҙе ҡабул итеү ваҡытынан бер йыл алдараҡ башҡа ысул менән баҫылған әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре ҡабул ителә. Комиссия тарафынан конкурста ҡатнашыуға рөхсәт ителгән эштәр исе

Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүгә конкурс иғлан ителде Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге Башҡортостан Республикаһы дәүләт премияһын тапшырыу буйынса комиссия 2023 йылдың 15 июненән 15 июленә тиклем балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге Башҡортостан Республикаһы дәүләт премияһына дәғүә итеүгә эштәр ҡабул итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, премия ике йылға бер тапҡыр әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре менән үҫеп килгән быуынды рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән өсөн бирелә. Конкурсҡа балалар һәм үҫмерҙәр өсөн айырым китап булып нәшер ителгән, ваҡытлы матбуғатта баҫылған йәки эштәрҙе ҡабул итеү ваҡытынан бер йыл алдараҡ башҡа ысул менән баҫылған әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре ҡабул ителә. Комиссия тарафынан конкурста ҡатнашыуға рөхсәт ителгән эштәр исемлеге республика киң мәғлүмәт сараларында баҫыла. Эш тәҡдим итеү тураһында ҡарар тәҡдим итеүсе ойошманың коллегиаль органы ултырышында (коллегия, президиум, идара, художество йәки ғилми советтар, хеҙмәт коллективы йыйылышында) ҡабул ителә. Премияға дәғүә итеүгә документтарҙы Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18 адресы буйынса комиссия ҡабул итә. 23. Белешмәләр өсөн телефон: 280-87-75. Конкурс тураһында положение менән БР Башлығы хакимиәте сайтында танышырға мөмкин https://glavarb.ru/rus/president/komissiya-pri-glave-rb-po-prisuzhdeniyu-gospremii-rb-imeni-khadii-davletshinoy/ Сығанаҡ: bashkortostan.ru