Бәләбәй районында йәшәгән Шәмсиә Заһирова ошо көндәрҙә ҙур түңәрәк датаһын билдәләй. Ул Ырымбур өлкәһенең Абдулла районындағы бер ауылда күп балалы ғаиләлә донъяға килгән. Шәмсиә инәй һигеҙ класты тамамлағас, машина-трактор станцияһында трактористар курсында уҡып ала һәм тыуған колхозында эшләй. Һуғыш йылдарында ла ул трактор штурвалы артында арымай-талмай тир түгә. 1952 йылда Ғарифулла Шәрифулла улы Заһировҡа кейәүгә сыға.Тормош юлын йәштәр ғаилә башлығы шахтер булып эшләгән Кемерово ҡалаһында башлай. 1969 йылда Башҡортостанға - Приют ҡасабаһына күсәләр. “Шәмсиә Инсафетдин ҡыҙының яҙмышы тиҫтерҙәренеке кеүек үк ҡатмарлы. Бөйөк Ватан һуғышы, унан һуңғы ауыр йылдарға тура килә уның йәшлеге. Көслө ихтыярлы, тәүәккәл булыуы ауырлыҡтарға бирешергә юл ҡуймай. Илгә ауыр саҡта оҙаҡ ваҡыт намыҫлы хеҙмәте өсөн ул лайыҡлы рәүештә “Бөйөк Ватан һуғышы ветераны” исемен йөрөтә” тип яҙған социаль селтәрҙә Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев. Үҙ ғүмерендә күпте күргән оло юбилярға ныҡлы һаулыҡ, яҡындары тарафынан хәстәрлек һәм иғтибарҙа ҡыуанып йәшәүен теләйбеҙ! Фото:bashinform.ru