Республикабыҙҙың медицина хеҙмәткәрҙәре йылдан ашыу Луганск Халыҡ Республикаһы халҡына ярҙам күрһәтә. Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостандан 439 белгес оҙатылған. Улар 33 меңдән ашыу өлкән йәштәгеләрҙе, 41 меңдән ашыу баланы ҡабул иткән, 40 меңдән ашыу лаборатор тикшереү үткәргән. Луганск халҡы айырыуса хроник сирҙәр, йөрәк-ҡан тамырҙары, эндокрин системаһы сирҙәре менән яфалана. Табиптарҙың әйтеүенсә, халыҡ медицина ярҙамын көтөп алған. Айырыуса эндокринологтар ярҙамына ихтыяж ҙур булған. – Тикшереү ваҡытында шәкәр диабеты, ҡалҡан биҙе, урология сирҙәрен асыҡланыҡ. Луганск халҡы беҙҙең белгестәребеҙҙең эшен һәм тырышлығын юғары баһалай. Бик күп рәхмәт һүҙҙәре ишеттек, – тип һөйләй Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының ультратауыш табибы Татьяна Добрейкина. Әле Луганск Халыҡ Республикаһында 14 медицина бригадаһы эшләй. Әлеге көнгә 158 өлкән кеше, 120 бала ҡабул ителгән. Көсөргәнешле эш дауам итә, рәхмәт һеҙгә, аҡ халатлылар! Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.