Ейәнсура районының Саҙалы ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Ошо хаҡта Ғайса Ишмөхәмәтов уртаҡлашты. “Тирмәләр ҡороп, әсәйҙәрен, өләсәй-олатайҙарын, шәхестәрен хөрмәт иткән "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" осрашыуында бер генә түрә лә ҡатнаша алманы... Ауыл хакимиәте башлығы Шәһит ҡусты йүгереп йөрөнө, шәп егет ул, үҙебеҙҙең егетебеҙ, уҡыған сағында ла шулай булды. Күп ваҡиғаларға шаһит, күпте күргән, белгән, хәҙер ҙә күҙәтеп торған Оло Тирәк үҙенең янына тағы ауылдаштарын йыйҙы. 7 майҙа йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашҡан волейбол ярышынан да яҡташтарыма һоҡланып, ғорурланып ҡайтҡайным. Йөҙ һарыҡтан йөҙ ҙә егерме-утыҙ бәрәс алырға, ҙурайтырға өлгәшкән 80 йәштән үткән инәйҙәр иң беренсе тәбрикләнде. Ауылдашыбыҙ Нәжип Юлдашбаев күптән инде ауыл йәштәренә бильярд өҫтәлен клубына индереп ултыртҡан. Егерме башҡортома эш урыны булдырған Азамат абзыйым да тейәнеп килгән. “Ауылым даны” миҙалынан да үҙе теләп баш тартҡандыр, тип уйлайым. Милиция подполковнигы Наил Юлдашбаев сәхнәлә лә, тирмә эсендә лә йырланы. Йырламаған, уйнамаған кеше юҡ ауылымда. Тере тауышҡа башҡорт халыҡ йырҙарын иҫ киткес итеп башҡаралар. Рәфис абзыйымдың (Ишмөхәмәтов) “Шәүрә килен” йырын башҡарғанда күҙҙәремә йәш килә. Мәктәбе лә, икмәк һатып алырлыҡ магазины ла булмаған ауылым татыу, матур йәшәп ята. Олатай-ҡартайҙарыбыҙға, әсәй-инәйҙәребеҙгә, ошо ауылдың ҡотон һаҡлаған барлыҡ яҡташтарыма рәхмәт. Ауыл старостаһы Әхмәт ҡустыма айырым рәхмәт әйтәм”, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты ул. Гөлзирә ЮЛДАШБАЕВА: – “Саҙалы даны" булды байрамдың исеме. ”Аманат - 2” тип тә атарға була ине, сөнки йәштәргә ошо ауылды ауыл итеп йәшәткән 55 кешеһен һәм, ситтә йөрөһә лә, ауылын ҡараған, данлаған шәхестәрен күрһәтеү ине маҡсаты. Күңелемдә бер йыл әүәләнем мин уны. Килеп сыҡты! Дан булды! Оло рәхмәтем ауыл халҡына, байрамды ҙурлап ҡайтҡандарға һәм тирә-йүндән килгән ҡунаҡтарға! Һеҙ байрамды яраттығыҙ, ә һеҙҙе Саҙалы яратты! Байрамды әҙерләгән, үткәргән команда бик шәп, ә Регина, Руция, Әхмәт – профи! Ауыл тарихында яҡты көн, ҡыуаныслы ваҡиға булып ҡалһын! Фото: vk.com