Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан һәр йәһәттән дә алдынғы

Башҡортостан республика идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. – Күптән түгел республикабыҙҙың 125 ауылы кешеләренә, кеҫә телефонынан иркенләп һөйләшә алһындар өсөн, уңайлыҡтар тыуҙырҙыҡ, бынан тыш юғары тиҙлектәге 4G мобиль интернетты ла үткәрҙек, – тине Геннадий Валентинович. – Был, әлбиттә, "Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0" федераль проектында ҡатнашыуҙың асыҡ һөҙөмтәһе. Ошо ауылдарҙа халыҡ һаны 250-нән 500-гә хәтлем булырға тейеш. Геннадий Разумикиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, киләсәктә кеҫә телефонынан һөйләшә һәм юғары тиҙлектәге 4G мобиль интернет менән ҡуллана алыу мөмкинлеге тағы ла 117 ауыл кешеләренә биреләсәк. Әйткәндәй, Башҡортостан, һанлы өлгөрөү йәһәтенән йәки компьютерҙа эш итеү, өйөнән сыҡмай ғына бөтә түләүҙәрҙе лә башҡарыу кеүек эштәр буйынса, илебеҙҙә алдынғылар исемлегендә. Шулай уҡ беҙҙең республика "Һанлы иҡтисад" милли проектын тормошҡа ашырыу тәңгәлендә лә ҙур уңыштарға өлгәшкән. Фото: Илдар Аҡъюлов.