Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы киләһе йылдан хеҙмәткә түләүҙең минималь дәүмәлен арттырыу тураһында закон проектын тәҡдим итте. Уға ярашлы, 2024 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь дәүмәле (МРОТ) 19 242 һумға тиклем етәсәк, үҫеш 18,5 процент тәшкил итергә тейеш. Хеҙмәткә түләүҙең минималь дәүмәлен күтәреү 4,8 миллион кеше өсөн эш хаҡын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Был маҡсатҡа бөтә кимәлдәге бюджет средстволарынан 75,9 миллиард һум аҡса бүленәсәк, шулай уҡ бюджетҡа ҡарамаған секторҙан – 47,4 миллиард һум. Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков билдәләүенсә, 2025 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь дәүмәлен билдәләү ысулына медиан эш хаҡы нигеҙендә ҡайтыу планлаштырыла. Фото:mkset.ru