Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Психолог ярҙамын бушлай алып була

1 июлдән Рәсәй поликлиникаларында психологик ярҙамды бушлай алып була. Шулай итеп, республикала йәшәүселәр, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар белгес ярҙамын файҙалана ала. Был сара Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фарманына ярашлы атҡарыла. Июнь башынан Башҡортостанда медик-психологик кәңәштәр биреү буйынса 39 кабинет һәм дүрт медик-психологик бүлексә асылған. Был кабинеттарҙың штаттарына ярашлы, халҡы 25 меңдән ашыу булғанда медицина психологы ҡаралған. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан “Телеграмм” мессенджерында чат-бот бар. Уның ярҙамында психолог ярҙамын алып була. Төбәктә тағы колл-үҙәк эшләй (8-800-201-89-03). Тағы республиканың Ситуациялар үҙәге 8 (347) 218-19-19 һәм 122 (өҫтәмә 2) телефондары буйынса шылтыратыуҙарҙы ҡабул итә. Кәрәҙле телефондан шылтыратыу иһә бушлай. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник психотерапия үҙәгендә махсус хәрби операциянан демобилизацияланған ҡатнашыусылар һәм махсус хәрби операцияла х

1 июлдән Рәсәй поликлиникаларында психологик ярҙамды бушлай алып була. Шулай итеп, республикала йәшәүселәр, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар белгес ярҙамын файҙалана ала. Был сара Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фарманына ярашлы атҡарыла. Июнь башынан Башҡортостанда медик-психологик кәңәштәр биреү буйынса 39 кабинет һәм дүрт медик-психологик бүлексә асылған. Был кабинеттарҙың штаттарына ярашлы, халҡы 25 меңдән ашыу булғанда медицина психологы ҡаралған. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан “Телеграмм” мессенджерында чат-бот бар. Уның ярҙамында психолог ярҙамын алып була. Төбәктә тағы колл-үҙәк эшләй (8-800-201-89-03). Тағы республиканың Ситуациялар үҙәге 8 (347) 218-19-19 һәм 122 (өҫтәмә 2) телефондары буйынса шылтыратыуҙарҙы ҡабул итә. Кәрәҙле телефондан шылтыратыу иһә бушлай. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник психотерапия үҙәгендә махсус хәрби операциянан демобилизацияланған ҡатнашыусылар һәм махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә яҡындары һәләк булған ғаилә ағзалары өсөн программа әҙерләнгән. Бының өсөн гражданға йәшәгән урыны буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итергә һәм унда адресты, ҡабул итеү графигын аныҡларға була. Яҙылыуҙы көтөргә ваҡыт юҡ кеүек киҫкен осраҡтарҙа белгес менән 8 (347) 241-62-85 ышаныс телефоны буйынса бәйләнешкә сығырға мөмкин. Бынан тыш, Республика клиник психотерапия үҙәге белгесе “Ватанды һаҡлаусылар” фондында ла ҡабул итә. Үҙәк белгестәре эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан киске 18 сәғәткә тиклем эшләй. Фото, сығанаҡ: health.bashkortostan.ru