Липецк өлкәһендә “Тербун сиге. 1942 йылдың эҫе йәйе” тип исемләнгән төбәк-ара фестиваль үтте. Илдең хәрби-тарихи клубтарынан реконструкторҙар һигеҙенсе тапҡыр Совет яугирҙәренең немец-фашист баҫҡынсылары менән һуғышын сағылдырҙы. Сараны асыу тантанаһында Липецк өлкә советы рәйесе Дмитрий Аверов һәм Тербун районы башлығы Сергей Барабанщиков ҡатнашты. Өлкә комитеты спикеры патриотик фестивалдәрҙең, үҙеңдең тарихыңды белеүҙең мөһимлеген атаны. Шулай уҡ махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгән яугиҙәр хаҡында ла әйтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, М.Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре 1942 йылдың йәйендә Тербун районын немец-фашист баҫҡынсыларынан азат итеүҙә тарихҡа батырлыҡтары менән инеп ҡала. Тап Тербун сигендә 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының данлы хәрби юлы башлана. Улар өсөн Тербун сиге һуғыш барған ер генә түгел, хәрби сынығыу алған урын да. Бында башҡорт атлыларын яҡшы хәтерләйҙәр. 1942 йылдың 2 июлендә 8-се кавалерия корпусы фарманы менән дивизия Тербун районының Алешки һәм Бәләкәй Борки ауылдары сигендә оборона тота. Набережное станцияһын яулап, немецтар Тербунға үтергә ынтыла. Башҡорт дивизияһы яугирҙәре һан яғынан өс тапҡыр күберәк булған ҡаршы көстөң һигеҙ атакаһын кире ҡаға. Тап ошонда полк командиры майор Гәрәй Нафиҡов һәләк була. Немец-фашист баҫҡынсылары менән һуғыштағы батырылғы өсөн ул “Ҡыҙыл Йондоҙ”, “Ҡыҙыл байраҡ” ордендары менән наградлана. Гәрәй Нафиҡов Икенсе Тербунда урынлашҡан туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. “Тербун сиге” хәрби-мемориаль комплексында шулай уҡ дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа бюст ҡуйылған. Фестивалде ойоштороусылар хөрмәт уңайынан йыл һайын төбәк-ара фестивалдә ҡатнашыу өсөн Липецк өлкәһенә Башҡортостан вәкилдәрен саҡыра. - Беҙ йыл һайын ҙур теләк менән саҡырыуҙы ҡабул итәбеҙ. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының данлы командирының һәм башҡорт атлыларының исемен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән дөйөм эш икәнлеген аңлайбыҙ, - ти “Любизар” хәрби-тарихи клуб идараһы рәйесе Илдар Шәйәхмәтов. - Республика етәкселегенә ҙур рәхмәт. Хәрби-тарихи реконструкцияла ҡатнашыу өсөн беҙгә башҡорт тоҡомло аттар бүленде. Республикабыҙ исеменән лайыҡлы сығыш яһаныҡ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында беҙҙең атлыларҙың танкка ҡаршы нисек көрәшеүҙәрен дә йәнә бер күрһәттек. “Любизар” хәрби-тарихи клуб рәйесе республика делегацияһы исеменән күрһәтелгән ярҙам өсөн Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына, “Аҡбуҙат” ипподромына, “Урал агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә һәм социаль маҡсатлы программалар фондына рәхмәтен белдерҙе. - Беҙҙең менән булғанығыҙ, башҡорт атлылары тарихына ихтирамлы мөнәсәбәтегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙ фестивалде биҙәнегеҙ! – тине Тербун районы башлығы Сергей Барабанщиков. Фестиваль сиктәрендә 250-ләп реконструктор ҡатнашлығындағы сара ҡунаҡтарҙа ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. - Илгә еңеү, беҙгә тыныс күк йөҙө килтергән олатайҙарыбыҙ, ҡарт олатайҙарыбыҙ, өләсәйҙәребеҙ, ҡарт өләсәйҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Яугирҙәргә рәхмәтлебеҙ. Күңелдәге тойғоларҙы һүҙ менән еткереү мөмкин түгел – был тыуған илгә һөйөү, еңеү рухы, - тине фестиваль ҡунаҡтары Липецк ҡалаһынан Олег һәм Ирина Веретиндар ғаиләһе.