Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Юбилейың менән, яугир!

Салауат районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыр өсөн үҙ теләктәре менән ауыл биләмәһе хакимиәттәре башлыҡтары ла бара. Был юлы Торналы ауыл советы башлығы Владик Душанов киткән. “На земле Салавата” гәзитенән хәбәр итеүҙәренсә, ул был вазифала дүрт йыл эшләгән. Май айында ғына вуз дипломы алған. Әйҙә эшлә, карьера булдыр, ҙур начальник булып кит тә бит. Тик Владик Рәүеф улы икенсе юлды һайлаған – Тыуған илде һаҡларға! Ошо көндәрҙә ул 45 йәшлек юбилейын билдәләгән. Был юлы етәксе байрамын өйҙә түгел, ә махсус хәрби операция биләмәһендә үткәрә. Уға иҫән-һау еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!