“Изгелек юлынан” Ирекмәндәр экспедицияһында ҡатнашыу өсөн 2023 йылдың 1 авгусына тиклем Росмолодежь.Добро конкурсҡа теркәү асты. Еңеүселәр 3 октябрҙән 8-енә тиклем Волгоград – Һарытау – Һамар – Ҡазан маршруты буйынса теплоходта сәйәхәткә юллана. “Рәсәй – ҙур ил, уның һәр бер мөйөшөндә һәләтле йәштәр бар. Был конкурс – йәштәр өсөн үҙ инициативаһын күрһәтеү һәм уникаль файҙалы сәйәхәттә ҡатнашыу мөмкинлеге. Күп яҡлылыҡ һәм Ватаныбыҙҙың матурлығын йәштәрҙең күҙҙәре менән күрһәткән видеоэштәрҙе күреүебеҙгә шат буласаҡбыҙ. Был проект Тыуған илгә һөйөү хаҡында ғына түге, изге эштәр башҡарыу тураһында ла”, - тине Росмолодежь.Добро йүнәлеше етәксеһе Дарья Жукова. Конкурста ҡатнашыу өсөн “Бәйләнештә” социаль селтәрендә #ПОПУТИСДОБРОМ хэштэгы менән асыҡ видео урынлаштырырға, шулай уҡ “ДОБРО.РФ” платформаһында теркәлгән булырға кәрәк. Эштәр бер нисә номинация буйынса йүнәлтелә: Рәсәй Федерацияһының йәки төбәктең тарихи йәки мәҙәни мираҫы объекты буйынса видеоэкскурсия; ҡаланың иҫтәлекле урындары