Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Яу яланындағы яҡташтарыбыҙ эс серҙәрен уртаҡлашты"

Бөгөн, 4 июлдә, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Башҡортостан журналистарының махсус хәрби операция зонаһына сәфәренә арналған матбуғат конференцияһы үтте. Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вадут Исхаҡов етәкселегендәге республика киң мәғлүмәт сараларының ҙур делегацияһы Донбаста бер нисә көн дауамында эшләне: репортаждар алып барҙы һәм баҫмалар өсөн материалдар йыйҙы. Был делегация составына “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Эдуард Күскәрбәков, “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының филиалы — Октябрьский мәғлүмәт үҙәге директоры Рөстәм Камалетдинов, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин һәм “Аргументы недели в Башкортостане” баҫмаһының баш мөхәррире Сергей Кудряшов, “Ҡызыл таң” гәзите хәбәрсеһе Фәнис Гәрәев Һәм “Юлдаш” радиоһы хәбәрсеһе Винер Фәйзуллин инде. Республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре хәрби хеҙмәткәрҙәргә хеҙмәт иткән саҡта кәрәкле махсус ҡорамалдар, шулай уҡ китаптар, гәзиттәр, хаттар, аҙыҡ-түлек алып барҙы. Журналистар Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов, Рәсәй Геройы Александр Доставалов һәм башҡа хәрби частар батальондарында яугирҙәр менән осрашты, Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов менән осрашты. Хеҙмәттәштәребеҙ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби дан урындарында булды, Луганск Халыҡ Республикаһында эшләгән табиптар һәм төҙөүселәр менән аралашты. Журналистар ошо хаҡта һәм үҙҙәренең тәьҫораттары тураһында матбуғат конференцияһында һөйләне. – Махсус хәрби операция биләмәһендә егеттәр менән осрашыу башҡорт батальондарынан башланып китте. Шулай булырға тейештер ҙә. Генерал Шайморатов исемендәге, Доставалов исемендәге батальондарҙа, аҙаҡтан башҡа полктарҙа ла булдыҡ. Осрашыуҙар күңелдәрҙә көслө тәьҫораттар ҡалдырҙы, сөнки махсус хәрби операция һыҙығында беҙ беренсе тапҡыр яугирҙәр менән күрештек. Был осрашыу, күҙмә-күҙ яҡындан аралашыу журналистар өсөн дә, яугирҙәр өсөн дә оло әһәмиәткә эйә. Яу яланындағы яҡташтарыбыҙ эс серҙәрен уртаҡлашты, булған теләктәрен еткерҙе. Хәрби операция барған урын булғас, снарядтар шартлауы ла, ҡоралдан атҡан тауыштар ҙа ишетелеп торҙо. Тәүҙәрәк был тауыштарға ҡапыл өйрәнеп тә булманы, аҙаҡ егеттәр был шарттарға күнегеп китте. Журналистар Һалдаттар менән осрашыу һөҙөмтәләре буйынса яҡшы очерктар, мәҡәләләр яҙасаҡ. Был хаҡта беҙҙең социаль төркөмдәрҙә, гәзит биттәрендә мәғлүмәттәр донъя күрә башланы ла инде. Беҙҙе Донбасс ерендә ҡаршы алып, яҡташтарыбыҙ менән осрашыуҙар ойоштороуға бар яҡлап ярҙам иткән, оҙатып йөрөгән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, М. Шайморатов исемендәге батальон яугире Азат Шамиль улы Бадрановҡа, шулай уҡ сәфәребеҙҙе ойоштороуға булышлыҡ иткән “Башинформ” акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Фәнүр Мөхәррәм улы Йәғәфәровҡа рәхмәт белдерәбеҙ, – тип уртаҡлашты Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов. Махсус хәрби операцияла командировкала булған журналистар менән осрашыу тураһындағы мәҡәлә “Башҡортостан” гәзитендә донъя күрәсәк. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.