"Мәҙәниәт" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Яңауыл районының тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған Асыҡ ишектәр көнө үтәсәк. Был көндө музей залдары буйлап экскурсия һәм байрамдың килеп сығышы тарихын үҙ эсенә алған "Минең ғаиләм – минең шатлығым" конкурс-уйын программаһы, "Петр һәм Феврония тураһында әкиәт" йәнһүрәтен ҡарау, төрлө эштәр, йомаҡтар, ребустар, өҫтәл уйындары, оҫталыҡ дәрестәре, "Петр һәм Февронияның изге тарихы" викторинаһы ойошторола. Йыл һайын 8 июлдә илебеҙҙә Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Бөтә Рәсәй байрамы XIII быуатта йәшәгән Муром кенәзе Петр һәм уның ҡатыны Феврония арҡаһында барлыҡҡа килә. Был ғаилә пары ғаиләне һәм никахты яҡлаусылар тип ҡабул итә. Ғаилә – ул йәмғиәттең гармониялы шәхес тәрбиәләүгә булышлыҡ итеүсе айырылғыһыҙ өлөшө. Ул булмаһа, кеше бер үҙе, йәмғиәттән айырылған кеше булып китә. Һәр кемгә уны яҡындары һәм яратҡан кешеләре көтөүен, яҡлауын һәм таяныс тойғоһо биреүен теләйбеҙ. Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" (национальный проект “Культура") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Яңауыл районы хакимиәте.