Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бер төш кеүек кенә был ғүмеркәйҙәрҙең үтеүе...

Йәй – ҡайнап торған эш ваҡытынан тыш, күңелле ял, мауыҡтырғыс осрашыуҙар миҙгеле лә. 43 йылдан һуң класташтары менән осрашҡан олатай һәм өләсәйҙәрҙең шатлығын күҙ алдына килтерәһегеҙме? Стәрлебаштағы 2-се урта мәктәпте тамамлаған X А класының ҡыҙ һәм малайҙары йәнә бергә, хәтирәләрҙе байҡай, хәл-әхүәлдәрен һораша, үҙҙәрен оло юлға сығарған уҡытыусыларын хөрмәт менән иҫкә ала... Тормош уларҙы икһеҙ-сикһеҙ тыуған илебеҙҙең төрлө тарафтарына таратҡан. Кемдер ауылда ҡалған, кемдер – ҡалала, берәүҙәр Себерҙе яуларға киткән. Нисек кенә алыҫ йәшмәһендәр, мәшәҡәттәр етерлек булмаһын, төш кеүек кенә булып хәтергә уйылып ҡалған мәктәп йылдары ҡәҙерле! “Осрашыу бик күңелле үтте, йәшәреп киткәндәй тойҙоҡ үҙебеҙҙе”, ти класташтар. Хәйер, уларҙың күңелдәре һаман да йәш, рәхәтләнеп йырлап-бейеп, мөғжизәле йәшлек йылына әйләнеп ҡайтҡандай булды улар. Матур, йылы осрашыуҙар булып торһон! Рәйлә Мусина һәм Р. Йәғәфәров фотолары. .