2023 йылдың ғинуарынан май айына тиклем республиканың Берҙәм лицензиялар реестрында тәүге тапҡыр пластик хирургия буйынса эшмәкәрлеккә лицензиялар алған медицина ойошмалары һаны һигеҙ процентҡа артҡан. Элек теркәлгән 25 ойошмаға тағы ике медицина ойошмаһы өҫтәлгән. – Пластик хирургия – хирургияла йәш бүлек, уның буйынса медицина ярҙамы күрһәтеү тәртибе раҫланған. Пластик хирургтар ниндәй ҙә булһа ағзалағы, туҡымалағы етешһеҙлектәрҙе һәм деформацияларҙы бөтөрөүгә йүнәлтелгән оператив әмәлиәттәр менән шөғөлләнә, – ти Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Бөгөн пластик операциялар ике төргә бүленә – реконструктив һәм эстетик әмәлиәттәр. Бөтә донъяла пластик хирургия баҙары йыл һайын үҫешә бара. Медицина эшмәкәрлеге буйынса лицензия алыу хәҙер еңелләштерелгән, “Ҡыҙыу линия” булдырылған. Тәүге тапҡыр лицензия алыу ваҡыты 15 көнгә тиклем ҡыҫҡартылған. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.