Найти тему
Башҡортостан гәзите

Балаларыма рәхмәтлемен

Йылайыр районының Байғужа ауылында йәшәүсе Орҡоя Ильяс ҡыҙы Таһированы оло юбилейы менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов хеҙмәттәштәре менән бергәләп килде. Юбиляр тыумышы менән Хәйбулла районының Ғәлекәй ауылынан. Бәләкәйҙән хеҙмәттә сынығып, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атаһы кеүек колхозда иҫәпсе булып эш башлай.Оҙаҡ йылдар хужалыҡ келәтендә, аҙаҡ һауынсы булып эшләй. 1949 йылда фронттан ҡайтҡан яугир Әбдрәхим Ибраһим улына тормошҡа сыға. Икәүләп һигеҙ бала тәрбиәләйҙәр, тип яҙа “Йылайыр уттары”. Күп ауырлыҡтар кисереүенә ҡарамаҫтан, инәй үҙен бәхетле иҫәпләй. – Мин ғүмер буйы балаларымды тәрбиәләү, кеше итеү тураһында уйландым. Уҡырға оҙаттым, ҡайтҡандарын көтөп алдым, һәр береһен хәстәрләнем. Бөгөн дүрт улым һәм дүрт ҡыҙымдың иғтибар ҡосағында йәшәйем, мин уларға бик рәхмәтлемен, – ти йөҙйәшәр. Бөгөн Орҡоя инәйҙең 15 ейәне һәм 27 бүләһе бар. Һәр береһе төрлө хеҙмәт өлкәһендә – эшҡыуарлыҡ, һаулыҡ һаҡлау, иҡтисад, урман хужалығы һәм башҡа тармаҡтарҙа – эшләй. Тыл һәм хеҙмәт ветераны “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн” һәм юбилей миҙалдары, шулай уҡ “Әсәлек миҙалы” менән наградланған. Яҡташтары юбилярға оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ һәм сәләмәтлек теләй. Фото: Йылайыр районы хакимиәте.