Шул тиклем тулҡынландыҡ, Андрей Малахов эргәмә килгәндә лә шундай көсөргәнешлек бар ине. Бөтәһе лә, ҡаушай-ҡаушай, был телетапшырыуҙы маҡтап телгә алғанда, рәхмәт әйткәндә, Андрей эргәмә килгәс: “Һеҙҙең эргәгеҙҙә булыуыма ышанып бөтә алмайым, һеҙҙе тотоп ҡараһам буламы?” – тип һораным, ти йырсы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Рәсүлева Өфөнөң балалар музыка мәктәбендә, ә Алексей Вассерман - Өфө сәнғәт училищеһында эшләй, “РостОК” балалар өлгөлө ансамблен етәкләй. Улар ошо көндәрҙә Мәскәүгә Андрей Малаховтың тапшырыуына барып республикабыҙҙы лайыҡлы күрһәтеп ҡайтты. Лилиә Рәсүлева инде билдәле алып барыусыға, ҡыҙы Зарема тарафынан эшләнгән, яраҡлылыҡ ваҡыты үткән раузаларҙы кәрәҙгә ҡатырып эшләнгән ҡул эшен һәм милли ризығыбыҙ сәк-сәкте бүләк итте. Күстәнәсте тапшырғанда “Сәк-сәк” йырын башҡортса башҡарып күрһәтте. Өфөнән килеп, тапшырыуы өсөн матур йырҙарын бүләк итеүҙәре Андрейға бик оҡшаған, әлбиттә, шуға ла ваҡыты булмауға ҡарамаҫтан үҙе менән фотоға төшөргә теләк белдергән