“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы 1 июндә эшләй башланы. Бер ай эсендә 600-ҙән ашыу мөрәжәғәт килгән. Һорауҙарҙың күп өлөшө төрлө ярҙам сараларына ҡағыла, документтар әҙерләү, хәрби хәрәкәттәр ветераны йәки инвалиды статусын алыу, медицина реабилитацияһы һәм психологик- психотерапевтик ярҙам, протезлауҙа, көнкүреш мәсьәләләрендә ярҙам итеү. Филиалдың социаль координаторҙары фонд тәрбиәләнеүселәренән бөтә мөрәжәғәттәрҙе иғтибарға алған. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан республикаһы буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ай дауамында фонд командаһы хәл иткән һорауҙар хаҡында һөйләне. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының беҙҙең филиалына эштең тәүге көндәренән үк ветерандар, хәрби комиссариат ҡатнашыусылары мөрәжәғәт итә башланы. Кемдер үҙе килде, кемдер беҙгә социаль селтәрҙәр аша яҙҙы. Әлбиттә, социаль координаторҙарыбыҙға ла күп мөрәжәғәт килә. Һорауҙар даирәһе бик киң. Кемгәлер консультация биреү етә, кемдеңдер һорауҙары күп ваҡыт һәм ресурстар ала. Һәр мөрәжәғәткә шәхсән ҡарайбыҙ. Беҙҙең өсөн әһәмиәтһеҙ тигән ҡараш юҡ. Мәҫәлән, бер әсәй ауыр яраланған һәм Санкт-Петербург госпиталендә дауаланған улын күрергә теләк белдерҙе. Был мәсьәләнең ни тиклем мөһим булыуын аңлап, тиҙ арала уны хәл иттек, егеткә хатта беҙҙең башҡорт балы тапшырылды. Йыш ҡына яугирҙәр үҙҙәре өсөн түгел, ә яҡындары өсөн һорай. Оло йәштәге ата-әсәләрҙе дауалау, балаларҙы йәйге лагерға, түңәрәктәргә йәки уҡыу йортона урынлаштырыу кеүек үтенестәр менән мөрәжәғәт итәләр. Көнкүреш мәсьәләләре, документтар әҙерләү, түләүҙәр менән ярҙам итеү буйынса мөрәжәғәттәр бар. Беҙ килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ведомстволарҙың, муниципалитет хакимиәттәренең ярҙамынан тыш эш итә алмаҫ инек. Һәләк булған геройҙарыбыҙҙың әсәләре, беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған ветерандар йәмәғәт ойошмаларының ярҙамын бик ҡәҙерләйбеҙ. Яугирҙәребеҙ беҙҙең ярҙамды тойһон өсөн барыбыҙ ҙа бер команда кеүек эшләйбеҙ”, – тине Гөлнур Ҡолһарина. Филиалдың социаль координаторҙары ветерандар һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән эштең нисек ойошторолоуы тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты. “Бер ай социаль координатор булып эшләгәндән һуң, мин түбәндәгеләрҙе аңланым. Беҙ үҙ эшебеҙҙә мөрәжәғәт итеүсенең бөтә мәғлүмәттәрен тикшерергә тейешбеҙ, дөрөҫ факттарҙы асыҡлау өсөн, шул уҡ ваҡытта әҙәпле булырға, битарафыҡҡа юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Мотлаҡ рәүештә оҙатыу планының нисек үтәлеүен мөрәжәғәт итеүсенән дә, ҡайҙа ебәрелгәнен ойошманан да белеү мөһим. Ҡуйылған бурыстарҙы ваҡытында һәм аныҡ үтәргә кәрәк. Был осорҙа бик күп мөрәжәғәттәр килә. Мәҫәлән, эшкә урынлашыу һәм уҡытыу буйынса бер нисә мөрәжәғәт булды. Ветерандарҙың береһе эшкә ҡабул итеү процесында, икеһе уҡырға инеү өсөн документтар әҙерләй. Өс мөрәжәғәт медицина ярҙамы күрһәтеүгә ҡағылышлы булды. Уларҙың икәүһе һауыҡҡан, береһе Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһына ебәрелгән, унда ла тейешле дауалау аласаҡ. Башҡа һорауҙар ҙа күп: никахты теркәүҙә ярҙам күрһәтеү, утын ташыу, сүп-сар сығарыу өсөн түләүҙән азат итеү, контрактсының ҡайҙалығын билдәләү. Бөтә мәсьәләләр ҙә эшкә алынған, күп өлөшө хәл ителгән”, – тип һөйләне Иглин районы буйынса социаль координатор Айгөл Ғайсина. "Өфө районы буйынса социаль координатор булып бер ай эшләйем. Беренсе көндә үк яугирҙең әсәһен һуғыш ветерандары госпиталенә урынлаштырыу буйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт иттеләр, яңыраҡ, 27 июндә, ул һаулығын яҡшыртып дауахананан сыҡты. Шулай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙең ҡатыны мөрәжәғәт итте, был осраҡта телмәр үҫеше тотҡарланған балаға дауалау кәрәк булған һәм логопед йүнәлешле балалар баҡсаһы тәҡдим ителде. Баланы дауалау һәм кәрәкле балалар баҡсаһына урынлаштырыу өсөн комиссия үтеү мәсьәләһе оператив хәл ителә. Ғәҙәти булмаған мөрәжәғәттәр ҙә була. Ошо көндәрҙә миңә отпускыла булған яугир хат яҙған: малайҙы табыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Уның өсөн был бик мөһим була. Яраланғандан һуң госпиталдә ятҡанда хатты алғас, ул бала яҙған юлдарҙа үҙенә ҙур ярҙамды тоя. Шул саҡта яугир үҙенә малайҙы табып, уның менән осрашырға вәғәҙә итә. Беҙ был малайҙы таптыҡ һәм бөгөн улар араһында осрашыу бик тулҡынландырғыс булды. Бурыстар төрлө, иң мөһиме – хәл итеү уйланылған һәм аңлайышлы булырға тейеш. Мин һәр ваҡыт һөҙөмтәле эшләргә тырышам”, – ти Өфө районы буйынса социаль координатор Альбина Морозова. Уҙған айҙа филиал командаһы үҙ ветерандарын граждандарҙы патриотик тәрбиәләүгә һәм спортҡа йәлеп итеүгә, тарихи хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән төрлө саралар ойошторҙо. Мәҫәлән, Балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата бөтә республикала ярыштар, оҫталыҡ дәрестәре, спорт саралары һәм “Һалдатҡа хат” патриотик акцияһы үтте, уның өсөн балалар һүрәттәр төшөрҙө, открыткалар эшләне һәм яугирҙәрҙе рухландырырлыҡ хаттар яҙҙы. Шулай уҡ фонд филиалы командаһы Рәсәй көнөнә, Хәтер һәм ҡайғы көнөнә, Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөнә арналған сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Был иҫтәлекле даталарҙың һәр береһе ветерандар, махсус хәрби операция ҡатнашыусылары һәм уларҙың ғаилә ағзалары ҡатнашлығында үтте. Бынан тыш, филиал Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, Башҡортостан Адвокаттар палатаһы, Башҡортостан Дәүләт юридик бюроһы, Башҡортостан нотариаль палатаһы, Башҡортостан буйынса Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил, Рәсәй Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Башҡортостан буйынса федераль хеҙмәте идаралығы, Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе, “Рәсәй ветерандар союзы” Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан ветерандары (пенсионерҙары) төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәр инвалидтары ойошмаһы, Бөтә Рәсәй Һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ Һаҡлау органдары ветерандары (пенсионерҙары) йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһының Хәрби комиссариаты, республиканың Йәмәғәт палатаһы менән хеҙмәттәшлеге тураһында килешеүҙәр төҙөлгән. Тағы ла ошондай мөһим бер нисә сара планлаштырыла. Ҡул ҡуйылған Килешеүҙәр сиктәрендә фонд филиалы тәрбиәләнеүселәре даими нигеҙҙә бушлай квалификациялы юридик ярҙам, пенсия һәм социаль тәьминәттә, документтар әҙерләүҙә һәм башҡа ярҙам төрҙәрен ала аласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылдың 3 апрелендә “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ҡул ҡуйылған килешеүҙәр сиктәрендә фонд филиалы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар даими нигеҙҙә бушлай квалификациялы юридик ярҙам, пенсия һәм социаль тәьминәттә, документтар әҙерләүҙә һәм башҡа ярҙам төрҙәрен ала аласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылдың 3 апрелендә “Ватанды Һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Фондтың филиалдары 30 һәм 31 майҙа Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә асылды һәм 1 июндә эшләй башлай. Фондтың төп маҡсаты – медицина һәм социаль һауыҡтырыу, дарыуҙар менән тәьмин итеү, психологик ярҙам, техник реабилитация саралары һәм шифахана-курорт дауалауҙы үҙ эсенә алған тейешле ярҙам сараларын алышыу. Шулай уҡ фонд ветерандарҙы ҡайтанан уҡытыуҙа һәм эшкә урынлаштырыуҙа булышлыҡ итеү менән шөғөлләнәсәк. Тәрбиәләнеүселәрҙе шәхси оҙатыу өсөн фонд Ватанды һаҡлаусыларға килеп тыуған бөтә мәсьәләләр буйынса ярҙам итәсәк социаль координаторҙар әҙерләгән. Фондтың Күҙәтеү советын РФ Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко етәкләй, шулай уҡ составына федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, йәмәғәт һәм ветерандар ойошмалары вәкилдәре, хәрби хәбәрселәр һәм журналистар инә. Фото: “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалынан.