Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яңы мөмкинлектәр аса

3 июлдә республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығының төбәктең күсемһеҙ милек реестрын актуалләштереү буйынса власть һәм урындағы үҙидара органдары менән үҙ-ара эш итеүе тикшерелде. Был эште “Киң күләмле мәғлүмәттәрҙең милли системаһы” федераль дәүләт программаһы сиктәрендә башҡаралар. "Росреестр"ҙың республика буйынса идаралығы етәксеһе Пётр Клец әйтеүенсә, 2024 йылдың 1 ғинуарына тиклем Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индереү өсөн муниципалитет, тораҡ пункттар һәм территориаль зоналар сиктәренең урынлашҡан урынын һүрәтләүҙе тамамлар кәрәк. – 2022 йылда 11 район һәм ҡаланың 139 тораҡ пунктында сик булдырыу буйынса эштәр башҡарылды. 2023 йылда тағы 30 ауылда ошо эште ойоштороуға килешеүҙәр төҙөнөк, – тине Пётр Клец. – Йыл аҙағына тиклем реестрға муниципаль берәмектәрҙең 22 сиген, ауылдарҙың 1 676 сиген, территориаль зоналарҙың 8 615 сиген, мәҙәни мираҫ объекттары биләмәләренең 283 сиген, шулай уҡ һыу баҫыу зонаһының 223 сиген индерергә кәрәк. Бынан тыш, күсемһеҙ милек объекттарына милек хоҡуғын теркәү һәм билдәләү көнүҙәк булып ҡала. 2023 йылдың июнь башына был эште 359,8 мең объектҡа ҡарата үткәрергә кәрәк. Республика Башлығы профилле министрлыҡтарға һәм муниципалитеттарға Росреестрҙың республика идаралығы менән үҙ-ара эш итеүҙе көсәйтергә ҡушты. Яҡын арала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге кәңәшмәлә ошо эште тикшерәсәктәр. - Беҙҙә уртаҡ, шул иҫәптән дәүләт күсемһеҙ милек реестрының тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәттәрен булдырыу, ерҙе файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген анализлау һәм уны әйләнешкә йәлеп итеү буйынса эш алып барыу буйынса мәсьәләләр бик күп, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Был бизнес һәм халыҡ өсөн территорияларҙы үҙләштереүҙең яңы перспективаларын аса. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.