Учалының уңған уҙаманы Булат Пирғәлин сираттағы дәртле видеояҙма менән шатландырған. “Аҡ ҡалпактар" менән ял көнөндә бер күңелле йыр йырлап, мини-гастролгә сығып керҙе. Ҡайтҡас, шуның яҙмаһын “тапап- төйгөсләп” өс минутҡа һыйҙырып, ролик та эшләп ҡуйҙыҡ. Һеҙ ҙә беҙҙең менән күңел асып, Уй буйҙарынан йөрөп ҡайтығыҙ әле",- тип яҙа ул шәхси сәхифәһендә. Унан былай тип өҫтәгән (орфографияһы һаҡланды): “Роликта ҡатнаштылар: ҡурайсы, оҫта водитель Әмир; гармунсы, примерный родитель Ренат; еләк сүпләүсе, йырларға любитель Нәүфил; думбырасы, рукой махатель брат Булат; ҡурайсы, кочегар - кипятитель Илнур һәм камераға смотритель дуҫ Илдус. Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ, именлек һәм күтәренке кәйеф теләйбеҙ!” - тип күңелдәрҙе күтәрә Булат Пирғәлин. Фото һәм видео: Булат Пирғәлин.
"Беҙҙең менән күңел асып, Уй буйҙарынан йөрөп ҡайтығыҙ әле!"
3 июля 20233 июл 2023
~1 мин