Республика балалар клиник дауаханаһының яңаҡ-йөҙ бүлексәһенә бите ныҡ яраланған баланы килтергәндәр. 14 йәшлек малайға эте ташланған һәм танауының өстән бер өлөшөн тешләгән, ирененең өҫкө өлөшөн яралаған. Республика балалар клиник дауаханаһы табиптары баланың танауын һәм ирененең өҫкө өлөшөн тергеҙеү буйынса ҡатмарлы реконструктив-пластик операция эшләгән. Һөҙөмтәлә бит өлөшөнөң анатомияһын кире ҡайтарып булған. Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Әлеге ваҡытта пациенттың хәле ҡәнәғәтләндерерлек, ул дауаланыуын дауам итә. Дауахананан сыҡҡандан һуң, Стоматология һәм яңаҡ-йөҙ хирургияһы үҙәк ғилми-тикшеренеү институтына ебәреләсәк. Унда тағы бер пластик әмәлиәт эшләнәсәк. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә тағы түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы: “Йәй осоронда йәрәхәтләнеү осраҡтары арта. Йәй башынан Республика балалар клиник дауаханаһының йәрәхәтләнеүҙәр пунктына 1600-ҙан ашыу кеше мөрәжәғәт итте. Уларҙың күбеһе эттәр агрессияһына дусар булған. Балалар, бигерәк тә бәләкәстәр йорт хайуандарын уйынсыҡ кеүек күрә, шуға уларҙы ҡосаҡларға, һыйпарға һәм ҡойроғонан тартырға ярата. Балаларығыҙға хайуандар менән дөрөҫ мөғәмәлә итергә өйрәтегеҙ. Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ!" Фото: vk.com/feed?z=photo552135440_457240174%2Falbum552135440_