Уҙған аҙнала Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдәге сара – Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х юбилей форумын ҡабул итте. Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә уға йомғаҡ яһалды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, беҙгә килгән бөтә ҡунаҡтар ҙа форумды ойоштороу кимәленән ҡәнәғәт ҡалған. – Валентина Матвиенко менән Наталья Кочанова форумды ойоштороу кимәле, республиканың нисек йәшәүен күреп һоҡланыуын йәшерә алманы. Минеңсә, был, ысынлап та, республикалағы иң ҙур һәм мөһим сараларҙың береһе булды. Беҙҙең өсөн Беларусь мөһим стратегик партнер. Барлыҡ командабыҙ менән республиканы күрһәтә һәм алға этәрә алдыҡ. Ҡунаҡтар беҙҙәге тәртипкә лә иҫтәре китте, – тине Радий Фәрит улы. Шулай уҡ Радий Хәбиров үҙенең идара итеү командаһына рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Тәү сиратта Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровҡа мөрәжәғәт итте. – Андрей Геннадиевич, һеҙгә айырым рәхмәт, Хөкүмәт бик ҡатмарлы, ҙур эш башҡарҙы. Шулай уҡ Рөстәм Моратовҡа һәм Маргарита Болычеваға рәхмәт иғлан итәм. Мәҙәниәт, спор