Найти тему
Башҡортостан гәзите

Был осрашыу бик кәрәк

“Башҡортостан” киностудияһы майҙансығында кинематография өлкәһе вәкилдәре өсөн белем биреү интенсивы уҙҙы. Сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды башланғысы менән ойошторолдо. Осрашыуҙың темаһы – 2023 йылда кинематография өлкәһендә проекттарға ярҙам итеү өсөн республика Башлығы гранттары конкурсы. Потенциаль конкурсанттарға бюджет статьяларын һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу ваҡытын, ойошмаларға талаптарҙы һәм ғариза биреү механизмын ентекле аңлаттылар. “Ижади берләшмә өсөн бындай осрашыуҙар үткәреү мөһим, сөнки конкурс яңы, нескәлектәре һәм талаптары күп. Йәнле фекер алышыу, сарала ҡатнашыусыларҙың һорауҙары, бындай ярҙам төрөнөң актуаллеге һәм уның кәрәклеге тураһында һөйләй. Сарала ҡатнашыусылар яңы мәғлүмәт алды. Беҙ Фонд менән бер нисә осрашыу үткәрергә ниәтләйбеҙ”, – тине Башҡортостан Республикаһының А.Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы дәүләт автономиялы учреждениеһы директоры Юнир Әминев. 2023 йылда кинематография өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсында ҡатнашыусылар өсөн сираттағы осрашыу был кесе йома, 6 июлдә, Өфө ҡалаһы, Высотная урамы, 10/1 адресы буйынса “Башҡортостан” киностудияһында үтә. Залдың һыйҙырышлығы сикләнгәнгә күрә, теләүселәрҙең барыһын да һылтанма буйынса теркәлергә саҡырабыҙ: https://forms.gle/Ptdg66xaYsEwSYKo6