Ишембай үҙәк район дауаханаһы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, фельдшер-акушерлыҡ пункттары өсөн 14 заманса электрокардиографик модулле системалар алды. Хәҙерге заман медицинаһы йыл һайын яңы тикшереү варианттары менән тулылана. Кардиология эшмәкәрлегендә элеккесә киҫемһеҙ, һаҡсыл һәм ябай электрокардиография ысулы алдынғылыҡты бирмәй. Уның төп тәғәйенләнеше – йөрәк-ҡан системаһы торошон контролләү, барыһынан да элек– йөрәкте. Электрокардиограмманы даими яһау йөрәк һәм ҡан тамырҙары патологияларын иртә асыҡларға ярҙам итә. – Яңы электрокардиографтар бик йыйнаҡ, уңайлы сумкаларҙа. ЭКГ-модулдәрҙе файҙаланыу диагностикаға ваҡытты экономияларға ярҙам итә һәм хаталарға юл ҡуймай. Уларҙың ярҙамында кардиограмманы район дауаханаһына тейешле белгескә дауалау тактикаһын билдәләү өсөн ебәрергә мөмкин, – ти Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ринат Ғәйнетдинов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡ