Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ял зонаһы төҙөкләндерелә

«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты ярҙамында (нацпроект «Жилье и городская среда») Башҡортостан Республикаһының Түбәнге Ҡыйғы ауылында яңы ял зонаһы барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта Ҡыйғы муниципаль районы хакимиәтендә хәбәр иттеләр. Белеүебеҙсә, был милли проект ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылып килә. Дизайн-проект республика символдарының береһе — ҡурай сәскәһе формаһында уңайлы йәйәүлеләр юлдарын булдырыуҙы күҙ уңында тота, яҡтыртыу, урам тренажерҙары һәм балалар өсөн уйын комплексы ҡуйыуҙы үҙ эсенә ала. Бөгөнгө көнгә ер эштәре тамамланған, бордюрҙар ҡуйылған, балалар, спорт һәм воркаут-майҙансыҡтар өсөн нигеҙҙәр әҙерләнгән, тышҡы яҡтыртыу өсөн кабель һалынған. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының төп бурыстарының береһе — ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. Милли проект граждандарҙы үҙ ҡалаларын төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәл итеүгә әүҙем йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, милли проекттың төп маҡсатлы күрһәткесе — йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итеү һәм йыл һайын 5 миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. РФ президенты Владимир Путин инициативаһы менән милли проекттар 2019 йылда старт ала. Фото: bash.news