Учалы районының Ҡотой ауылында ойошторолған футбол турниры хаҡында хәҙер тотош Рәсәй белә: күптән түгел ил кимәлендә ойошторолған "Рәсәй - футбол иле" конкурсы тамамланды һәм ундағы номинацияларҙың береһендә яҡташтарыбыҙҙың дәрт-дарманлы спорт проекты еңеү яуланы. Ҡотойҙағы футбол турниры хаҡында иһә республикала күптәр белә. Өфөнән ярайһы уҡ алыҫта, Урал тауҙары ҡуйынында үткәрелгән сараға ауылда йәшәгән кешеләрҙән дә күберәк ҡатнашыусылар килә. Тиҙҙән, ағымдағы йылдың 14-15 июлендә унда сираттағы “Олотау йыйыны” турниры үтәсәк. Ҡотой – Учалы районының иң төпкөл ауылдарының береһе. Унан район үҙәгенә тиклем 40 саҡрым самаһы ара, Өфөгә тиклем – 350 километр. Бөгөн Ҡотойҙа йөҙгә яҡын кеше йәшәй. Ауыл халҡын күптән спортҡа һөйөү берләштерә. Әйтеүҙәренсә, урындағы йәштәр футболды һәр саҡ әүҙем уйнаған. “Йәйгеһен, бесән мәлендә, эш көнөнән һуң йәки хатта ҡышҡыһын да – беҙ һәр саҡ футболға тоғро булдыҡ”, – тип белдерә улар. Тап ошо берҙәмлек ил кимәленә тиклем күтәрелгән турнир ойоштороуға килтергән дә. Ошо хаҡта беҙ “Олотау йыйыны” сараһын ойоштороусыларҙың береһе Линар ҒӘЛИН менән һөйләштек. Күкрәктәрендә – рухлы һәм сәмле йөрәк Ауыл футболын ил кимәленә күтәреү өсөн тағы ниҙәр кәрәк? Учалы районының Ҡотой ауылында ойошторолған футбол турниры хаҡында хәҙер тотош Рәсәй белә: күптән түгел ил кимәлендә ойошторолған "Рәсәй - футбол иле" конкурсы тамамланды һәм ундағы номинацияларҙың береһендә яҡташтарыбыҙҙың дәрт-дарманлы спорт проекты еңеү яуланы. Тиңдәр араһында тиң Проектҡа илдең 74 төбәгенән 400 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән - был турала матбуғат сараларында Рәсәй футбол союзы президенты Александр Дюков хәбәр итте. – "Рәсәй - футбол иле" бәйгеһенең өсөнсө миҙгеле бик күп яңы сағыу проекттар асты. Урындарҙа ҙур футбол үҫешенең иң яҡшы өлгөләрен күрһәтеү мөһим, бындай тәжрибә кешеләрҙе үҙ төбәктәрендә футбол башланғыстарын тормошҡа ашырыуға илһамландыра. Өсөнсө миҙгел проекттарына 74 төбәктән 403 мең кеше йәлеп ителде. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм һәм еңеүселәрҙе, призерҙарҙы яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡотлайым, – тип белдерҙе Дюков. Учалы районының Ҡотой ауылында уҙғарылған "Олотау йыйыны" турниры иһә "Футболда иң яҡшы күмәк проект" номинацияһында еңеү яуланы. "Конкурста ҡатнашыусыларҙың ярҙамы менән беҙ күмәк футболдың кешеләрҙе ҙур маҡсат өсөн берләштереүен күрәбеҙ. Мәҫәлән, беҙҙең яңы еңеүсе – "Олотау йыйыны" турниры – Башҡортостандағы бәләкәй генә ауылға республиканан һәм күрше төбәктәрҙән йөҙәрләгән кешене йәлеп итеү урынына әйләнергә ярҙам иткән. Тағы ла бер еңеүсе - Адыгеянан "Надежда" проекты - футбол аша ауыр холоҡло үҫмерҙәрҙе йәмғиәтләштереүҙә ярҙам итә. Ошо һәм башҡа башланғыстар сираттағы тапҡыр футболдың кешеләрҙең тормошона ыңғай йоғонто яһай алыуын раҫлай", – тип билдәләй был проекттарҙың әһәмиәтен Александр Дюков. Мәғлүм булыуынса, "Рәсәй - футбол иле" конкурсын Рәсәй футбол союзы уҙғара, ул төбәктәрҙә футболды үҫтереүгә йүнәлтелгән башланғыстарҙы эҙләү һәм дәртләндереү өсөн ойошторола. Конкурстың өсөнсө миҙгеле Рәсәй Спорт министрлығы булышлығында уҙғарылған. Ул былтыр 10 декабрҙә – Бөтә донъя футбол көнөндә башланған һәм ағымдағы йылдың майына тиклем дауам иткән. Һандарға килгәндә, ҡатнашыу өсөн илдең төрлө төбәктәренән 943 ғариза бирелгән. Конкурста илдең 74 төбәгенән 462 үҙенсәлекле футбол проекты ҡатнашҡан. Ҡотойҙарҙы таныйҙар Ҡотойҙағы футбол турниры хаҡында иһә республикала күптәр белә. Өфөнән ярайһы уҡ алыҫта, Урал тауҙары ҡуйынында үткәрелгән сараға ауылда йәшәгән кешеләрҙән дә күберәк ҡатнашыусылар килә. Тиҙҙән, ағымдағы йылдың 14-15 июлендә унда сираттағы “Олотау йыйыны” турниры үтәсәк. Ҡотой – Учалы районының иң төпкөл ауылдарының береһе. Унан район үҙәгенә тиклем 40 саҡрым самаһы ара, Өфөгә тиклем – 350 километр. Бөгөн Ҡотойҙа йөҙгә яҡын кеше йәшәй. Асыҡ сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Ҡотой ауылына Верхнеурал өйәҙе Ҡаратабын улусы башҡорттары аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл 1786 йылдан (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1740 йылдан) билдәле. Тәүге төпләнеүсенең улы Биктимер Ҡотоев булған, ауыл уның атаһы Ҡотой исеменән барлыҡҡа килгән. 1795 йылда Ҡотой ауылында һигеҙ йортта 68 кеше йәшәгән. XIX быуат уртаһында 17 хужалыҡта 82 ир-ат һәм 67 ҡатын-ҡыҙ, ә 1866 йылда 35 йортта 177 кеше теркәлгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1920 йылғы совет халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында йорттар һанының (67) һәм халҡының (354 кеше) артыуы күҙәтелгән. Ҡотой ауылы халҡы Иҫәкәй, Тура йылға, Баранбай, Ҡашмаҡһаҙ йылғалары буйындағы дүрт урында күсенеп йөрөгәндәр. Ауылда мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ һыу тирмәне теркәлгән. Спортҡа һөйөү – уртаҡ һыҙат Ауыл халҡын күптән спортҡа һөйөү берләштерә. Әйтеүҙәренсә, урындағы йәштәр футболды һәр саҡ әүҙем уйнаған. “Йәйгеһен, бесән мәлендә, эш көнөнән һуң йәки хатта ҡышҡыһын да – беҙ һәр саҡ футболға тоғро булдыҡ”, – тип белдерә улар. Тап ошо берҙәмлек ил кимәленә тиклем күтәрелгән турнир ойоштороуға килтергән дә. Ошо хаҡта беҙ “Олотау йыйыны” сараһын ойоштороусыларҙың береһе Линар Ғәлин менән һөйләштек. Ул Учалы районының Ҡолош ауылында тыуған, туғыҙ йәшенән Ҡотой ауылында үҫкән. “2013 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң, юғары белемде Мәскәүҙә алдым, – тип башланы һүҙен Линар. – 2017 йылда, диплом алғас, армия сафына саҡырҙылар, һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. Бер йылдан, армиянан ҡайтҡандан һуң, магистратураға уҡырға индем, эшкә урынлаштым. Тыуған яҡтан алыҫта, сит ерҙә ерегеп, үҙ аллы тормош башлау, әлбиттә, еңелдән булманы. Ауылым, яҡындарым, дуҫтарым менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә булыуым дәрт-дарман, көс-ҡеүәт бирә ине. 2019 йылда ауылдың рухлы һәм маҡсатлы йәштәре йыйылышып, Учалы районы ауылдары араһында үткәрелгән “Дуҫлыҡ кубогы” нда ҡатнаштыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, командабыҙ еңеү яулай алманы. Әммә был беҙгә илһам бирҙе һәм сәмләндереп ебәрҙе: әгәр ҙә үҙебеҙ шундай турнир ойошторһаҡ? Фекерҙәштәр, дуҫтар тупландыҡ та, шул уҡ йылда ниәтте тормошҡа ашырырға булдыҡ. Сараны тыуған еребеҙҙең биҙәге булған Олотау тауы хөрмәтенә бағышланыҡ. Тәүге бәйгелә 14 команда ҡатнашты. Ә бит ошо хәлдәргә этәргән мөһим сәбәптәр ҙә бар. Был уй ауылда мәктәп ябылғас, колхоз тарҡалғас тыуҙы. Ауыл, әйтерһең дә һүнеп ҡалды, йәштәр яҡшыраҡ тормош эҙләп таралышып бөттө. Алты йыллап ауылда телгә алырҙай бер сара үтмәне. Ғөмүмән, беренсе турнирҙы тулыһынса үҙ көсөбөҙ менән үткәрҙек. Аҡса йыйҙыҡ, әсәйҙәр, апайҙар менән байрам табынын әҙерләү тураһында һөйләшеп килештек. Ошо йылдар эсендә еңеүҙәр ҙә, еңелеүҙәр ҙә булды, әлбиттә. Әммә сара бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Тап ошо ваҡытта сәмле башланғысты дауам итеү, даирәһен киңәйтеү идеяһы тыуғандыр ҙа. 2020 йылда Өфөгә ҡайттым. Тап ошо йылда Ҡотойҙа футбол буйынса тағы ла алты турнир үткәрелде. Дөйөм алғанда, шул йылда ғына 109 матч тормошҡа ашырылған. 2021 йылда иһә ҡатнашыусылар даирәһе лә киңәйҙе, беҙҙең турнир хаҡында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы репортаж төшөрҙө, матбуғат сараларында ла мәғлүмәт таралды. Тағы ла шуныһы: икенсе тапҡыр ойошторолған турнирҙан башлап, сараға башҡорт биатлоны, уҡ атыу, армрестлинг, ҡулсаға ырғытыу, таш күтәреү кеүек ярыштар өҫтәлде. Турнир тағы ла йәмлерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ булһын өсөн, концерт программаһын да өҫтәнек, республикабыҙҙың билдәле артистарын саҡырҙыҡ. Өсөнсө турнирҙы ойошторғанда ярайһы уҡ тәжрибә бар ине, шуға күпкә еңелерәк булды. Бағымсылар ҙа килеп сыҡты, иң мөһиме – төрлө райондарҙан яңы командалар өҫтәлде. Хатта ҡала командалары ла беҙгә ҡушылырға теләк белдерҙе. Бер кемгә лә ҡаршы сыҡманыҡ – был сарала бөтә командаларға ҡатнашырға мөмкинлек бирҙек. Ошолай эшмәкәрлегебеҙ даирәһен киңәйттек, шул уҡ ваҡытта был беҙгә яңы бурыстар һәм мөмкинлектәр ҙә бирҙе. Мәҫәлән, "Салауат Юлаев" хоккей клубы комментаторы, билдәле шәхес Азамат Моратов менән хеҙмәттәшлек итә башланыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, йылдан-йыл турнирҙарҙы әҙерләү һәм үткәреү сифаты лә яҡшыра барҙы, беҙ бер ҙур спорт ғаиләһенә әүерелдек һәм бәғзе даирәләрҙә танылыу яуланыҡ”, – тип белдерә Линар Ғәлин. Кимәле икенсе буласаҡ Ойоштороусылар вәғәҙә итеүенсә, быйылғы турнир иһә бөтөнләй икенсе – күпкә киңерәк һәм ҙурыраҡ кимәлдә үтәсәк. – Эксклюзив кубокка заказ бирҙек, ҡатнашыусылар даирәһе лә башҡа. Еңеүсегә, иң шәп командаға башҡорт аты бүләк итербеҙ, тигән ниәт бар. Турнир, ғәҙәттәгесә, көрәш буйынса спорт мастеры Ғайсар Хәлидәр улы Ғәлин иҫтәлегенә бағышлана. Ул футбол менән әүҙем шөғөлләнде, бар тәрбиәләнеүселәре, яҡташтары күңелендә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 25 йәшендә генә вафат булды. “Олотау йыйыны” V футбол фестивалендә илдең биш төбәгенән (Башҡортостан, Силәбе өлкәһе, Ҡурған өлкәһе, Һамар өлкәһе, Татарстан Республикаһы) 32 команда ҡатнашасаҡ. Шул иҫәптән, республиканың ете районынан (Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури һәм Хәйбулла райондары) ҡатнашыусылар киләсәк. Фестиваль сиктәрендә киберфутбол буйынса ла турнир ойоштороу ҡаралған, башҡорт күпбәйгеһе буйынса ла ярыштар уҙасаҡ. Турнирға махсус ҡунаҡтар саҡырылған, улар шоу-матч үткәрәсәк. 14 июлдә төркөм этабы уҙһа, 15 июлдә плей-офф уйындарын планлаштырабыҙ, – ти Линар Ғәлин. ... “Олотау йыйыны” ауылда йәштәр юҡ, йәшәйеш һүнеп бара, тип зарланғандарға лайыҡлы яуап ул, тәүге сиратта. Күкрәгендә рухлы һәм сәмле йөрәк типкән милләттәштәребеҙ ата-бабаларҙың шанлы тарихын дауам итә, халҡыбыҙҙың данын яҡлай, рухын һаҡлай – һоҡланмайса сара юҡ. Учалының уңған уҙамандарына уңыштар юлдаш булһын! Фото “Олотау йыйыны” турнирын ойоштороусыларҙың шәхси архивынан.
Учалы районының Ҡотой ауылында ойошторолған футбол турниры хаҡында хәҙер тотош Рәсәй белә: күптән түгел ил кимәлендә ойошторолған "Рәсәй - футбол иле" конкурсы тамамланды һәм ундағы номинацияларҙың береһендә яҡташтарыбыҙҙың дәрт-дарманлы спорт проекты еңеү яуланы. Ҡотойҙағы футбол турниры хаҡында иһә республикала күптәр белә. Өфөнән ярайһы уҡ алыҫта, Урал тауҙары ҡуйынында үткәрелгән сараға ауылда йәшәгән кешеләрҙән дә күберәк ҡатнашыусылар килә. Тиҙҙән, ағымдағы йылдың 14-15 июлендә унда сираттағы “Олотау йыйыны” турниры үтәсәк. Ҡотой – Учалы районының иң төпкөл ауылдарының береһе. Унан район үҙәгенә тиклем 40 саҡрым самаһы ара, Өфөгә тиклем – 350 километр. Бөгөн Ҡотойҙа йөҙгә яҡын кеше йәшәй. Ауыл халҡын күптән спортҡа һөйөү берләштерә. Әйтеүҙәренсә, урындағы йәштәр футболды һәр саҡ әүҙем уйнаған. “Йәйгеһен, бесән мәлендә, эш көнөнән һуң йәки хатта ҡышҡыһын да – беҙ һәр саҡ футболға тоғро булдыҡ”, – тип белдерә улар. Тап ошо берҙәмлек ил кимәленә тиклем күтәрелгән турнир ойоштороу