Башҡортостанда “проблемалы” юлдарҙы ремонтлай башланылар. Был турала бөгөнгө Хөкүмәт кәңәшмәһендә республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ремонт программаһын быйыл Башҡортостан Башлығы башланғысы менән башланылар, уның бюджеты 4 миллиард һум. Быйылға пландар – дөйөм оҙонлоғо 182 километрлыҡ 52 төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы юлдарҙы ремонтлау. Быйылғы йылдың июленә ҡарата тәүге дүрт объект ремонтланған да. Был Асҡын районындағы ике юл участкаһы һәм Күгәрсен районы Мораҡ ауылында ике урам. Александр Клебанов әйтеүенсә, әле төҙөүселәр тағы 20 объектта эш алып бара. Улар араһында – Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында Сибай – Аҡъяр трассаларын яңыртыу. Быйыл трассаның 29 километрын яңыртырға ниәтләйҙәр, тулыһынса эштәр 2024 йылда тамамланырға тейеш. Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская әйтеүенсә, әле эштәр планына индерелгән объекттарҙың барыһы ла халыҡтың социаль селтәрҙәге мөрәжәғәттәре араһында иң көнүҙәге булып тора. Уларҙы 2023 йылдың ноябренә тиклем тәртипкә килтерергә планлаштыралар. Бынан тыш министрлыҡ Республикаға идара итеү үҙәге менән берлектә 2024 йылға ремонт планы төҙөгән. Яҡын арала уларҙы тикшерәсәктәр һәм ремонт хаҡын билдәләйҙәр. – Тәү сиратта беҙ халыҡ йылдар буйы ремонтлауҙы һораған юлдарҙы тәртипкә килтерәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ошондай планға ярашлы эш алып барһаҡ, дүрт-биш йылда трассаларҙың ҙур өлөшөн яңырта һәм халыҡтың ғәҙел талаптарын үтәй аласаҡбыҙ. Шулай уҡ республика етәксеһе министрлыҡҡа Өфө агломерацияһы тирәләй автоматик ауырлыҡты контролләү пункттарын ҡуйыу мәсьәләһен тикшерергә ҡушты. Фото: kugvesti.ru