Бер йылға контракт төҙөгәндә бер тапҡыр 195 мең һум күләмендә түләү түләнә. Махсус хәрби операцияла ҡатнаша башлағандан алып аҡсалата тәьминәт айына 204 мең һумдан алып тәшкил итә. Бөтә контрактсыларға социаль гарантиялар, хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәтте телефондан белергә мөмкин: 117, 8 (347) 218-19-19, 8 (347) 248-29-31. Рәсәй Президенты Владимир Путин 23 июндә ҡул ҡуйған закон Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре менән контракт төҙөгән ир-егеттәр өсөн хәрби хеҙмәттә булыуҙың сикләнгән йәшен билдәләй. Юғары офицер хәрби званиеһы булған кешеләр өсөн ул - 70, башҡа хәрби званиелары булған граждандар өсөн 65 йәш тәшкил итәсәк. Шулай уҡ был закон хәрби хәл осоронда хөкөм ителгән граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырырға мөмкинлек бирә, әммә ул ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителгән граждандарға ҡағылмай. Автор фотоһы.
65 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙе контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алалар
3 июля 20233 июл 2023
~1 мин