Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалмай

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Миңлеғәле Майморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы даими нигеҙҙә махсус операцияла ҡатнашҡан граждандар өсөн гуманитар ярҙам йыя, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә. 2022 йылдың 26 сентябренән 29 июнгә тиклем бөтәһе 11 699 шылтыратыу ҡабул ителгән. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабының колл-үҙәгенә республиканың баш ҡалаһына Белгород өлкәһенән килгән ғаиләнән ғариза килгән. Был үтенескә Штаб ирекмәне Тимур Фәйзрахманов яуап биргән. Ирекмән был ғаиләһенә барып, аҙыҡ-түлек йыйылмаһын тапшырған. Шулай уҡ Штаб ирекмәндәре Ейәнсура районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ғаиләнең үтенесен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы. Яугирҙың апайы әлеге ваҡытта Республика кардиология үҙәгендә дауаланған әсәһенә ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Ғаиләгә ярҙамға ирекмән Әлзана Ибраһимова ашыҡҡан. Ул тиҙ арала кәрәкле аҙыҡ-түлекте һәм әйберҙәрҙе дауаханаға алып килгән. Ирекмәндәр штабы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыу буйынса эш дауам итә. Мәҫәлән, Краснокама районы халҡы һәм предприятиелары айырым кешеләргә йыйылған һәм дөйөм посылкалар йыйған, шулай уҡ тағы бер “УАЗ” автомобилен әҙерләгән. Посылкалар йыйыуға райондың бөтә ихлас халҡы – хәрбиҙәрҙең туғандары, ойошма хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар һәм ауыл биләмәләре халҡы ҡушылған. Шулай уҡ хәйриә фонды иҫәбенә аҡса күсерелгән, ул бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе – квадрокоптер, рациялар, күсмә элемтә көсәйтеүселәре, бензопилалар, төҙөлөш материалдары, генераторҙар, инструменттар, хужалыҡ тауарҙары, аҙыҡ-түлек йыйылмалары, медикаменттар һатып алған. Краснокама районы Штабы ирекмәндәре маскировка селтәрҙәре һәм блиндаж шәмдәр эшләгән. Ирекмәндәр штабына колл-үҙәк телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин:8 800 201 89 03 (көн һайын) 9:00 сәғәттән 18: 00 сәғәткә тиклем.