Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бурыс түләткәндә йәшәү минимумын нисек һаҡлап ҡалырға

Башҡарма производство - физик һәм юридик берәмектәрҙән бурыстарын мәжбүри түләтеү процесы ул. Әгәр рәсми килеме булған физик шәхескә ҡарата башҡарма производство бар икән, ул йәшәү минимумын һаҡлап ҡалыуға ғариза бирә ала. Йәшәү минимумы дәүмәле иҫәптән алынырға тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта, алимент түләткәндә, һаулыҡҡа зыян килтергән, ҡараусыһын юғалтҡан һәм енәйәт ҡылғанда килтерелгән зыянды ҡаплау өсөн компенсация түләгәндә йәшәү минимумы һаҡланмай. Элек йәшәү минимумын һаҡлап ҡалыу өсөн ғаризаны суд приставтары хеҙмәте бүлегендә шәхсән бирергә йәки почта аша ебәрергә мөмкин ине. Хәҙер иһә «Һанлы башҡарма производство» электрон сервисы ярҙамында был эште «Дәүләт хеҙмәттәре» аша башҡарыуы еңелерәк буласаҡ https://vk.cc/cfIGrL Күрһәтмә: Федераль суд приставтары хеҙмәтенә үтенес ебәреү хеҙмәте менән файҙаланығыҙ һәм «Йәшәү минимумын һаҡлап ҡалыу» пунктын һайлағыҙ https://vk.cc/cpbtdX Башҡарма производствоның номерын, аҡса һаҡлап ҡалынасаҡ иҫәп реквизиттарын күрһәтегеҙ Килем сығанағын күрһәтегеҙ һәм уны раҫлаған документ беркетегеҙ https://vk.cc/cpbtf8 Әгәр иждивениеғыҙҙа берәйһе булһа, ғаризаға сумма күләмен арттырыу тураһында суд ҡарарын беркетегеҙ Ғариза суд приставтары хеҙмәтенә ебәрелә, уны ҡарау ваҡыты - 17 эш көнө Ентеклерәк — Дәүләт хеҙмәттәрендә https://vk.cc/cpbtiy Республика менән идара итеү үҙәге Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы менән берлектә әҙерләгән файҙалы чат-ботҡа һылтанма: https://t.me/pristavi_BashkortostanBot. Ошо сервис ярҙамында суд ҡарары нигеҙендәге бурыстар һәм иҫәптән аҡса сисеү йәһәтенән кәрәкле мәғлүмәт алырға мөмкин. Башҡортостан Республикаһы буйынса суд приставтары идаралығының Граждандарға мәғлүмәт биреү үҙәге хеҙмәткәрҙәре түбәндәге телефон буйынса өҫтәмә һорауҙарға яуап бирәсәк: 8 (347) 272 16 46 (эш көндәрендә - 09:00-18:00, йома - 09:00-16:45). #Аңлатабыҙ_Башҡортостан Фото: equipnet.ru