Быйыл Башҡортостанда дөйөм суммаһы 6,4 миллиард һумға 656 күп фатирлы йортта капиталь ремонт башҡарырға планлаштыралар. Был турала Хөкүмәттәге кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова һөйләне. Раҫланған графикка ярашлы, ҡыйыҡ, фасад, йылылыҡ системаһы ремонтын йылытыу миҙгелә башланғансы тамамларға йыйыналар. Июль башына ҡарата эштәрҙе 199 йортта башҡарғандар ҙа. Етәксе әйтеүенсә, план башҡарылмай ҡалмаҫ тигән хәүеф юҡ. Миҙгел эштәренең тағы бер йүнәлеше – подъездарҙы комплекслы ремонтлау. Быйыл 274 күп фатирлы йортта 753 подъезды яңыртырға уйлайҙар. 2023 йылдың 21 ноябренә тиклем төҙөүселәр инеү төркөмдәрен тәртипкә килтерергә, плитә түшәргә, тәҙрәләрҙе алмаштырырға, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар һәм яңы почта йәшниктәре ҡуйырға тейеш. Радий Хәбиров капиталь ремонтты тик ағымдағы проблемаларҙы бөтөргәс кенә башларға кәрәк тине. – Мәҫәлән, йорттоң ҡыйығынан һыу аға йәки нигеҙе ныҡлы түгел икән, тимәк дым подъезға эләгә һәм бар ремонтты юҡҡа сыға