Азат Бадранов Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә - генерал Шайморатов миҙалы, шулай уҡ “Толпар” махсус тәғәйенләнештәге отрядҡа квадрокоптер тапшырҙы. – Хөрмәтле яугирҙәр һәм офицерҙар, бөгөн беҙгә Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов етәкселегендә республика вәкилдәре килде, – тип ҡаршыланы уларҙы командирҙары. “Башҡортостандан яугирҙәр дежурлыҡ алып бара, оборона тота. Линияның бөтә урындарында ла беҙҙең егеттәр тора. Хеҙмәтте лайыҡлы алып баралар, эштәре өсөн оят түгел. Наградалар ҙа, гуманитар ярҙам да алып киләбеҙ. Шулай уҡ айырыуса иғтибар йәлеп иткән мәлдәрҙе эшләп ҡуябыҙ, һеҙҙең өйҙәрегеҙҙә, ғаиләләрегеҙҙә һорауҙар булыуы мөмкин, нимәлер борсой, ниндәйҙер ярҙам кәрәк. Мәсьәләләр социаль-көнкүрешкә, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа ҡағылышлы булыуы ла ихтимал”, – тип мөрәжәғәт итте Азат Бадранов яугирҙәргә. Ул, Башҡортостан Башлығы указына ярашлы, бер төркөм яугирҙәрҙе генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. “Татар” позывнойлын яугир медицина университетын тамамлаған, балалар хирургы булып эшләгән. “Һәр табип кеүек үк беҙ аҙнаның ете көнөндә лә тәүлек әйләнәһе эшләйбеҙ. Беҙҙең өс ял да, ашау ҙа юҡ тиерлек, төрлөсә була. Беҙ һәр ваҡыт ярҙамға барырға әҙербеҙ”, – тип уртаҡлашты ул. Азат Бадранов яугирҙәргә республикала уларҙы ғаиләләре, яҡындары, дуҫтары көтөүе тураһында белдерҙе. "Улар өсөн дә, барлыҡ республика халҡы өсөн дә һеҙ - ысын геройҙар. Был яңғырауыҡлы һүҙҙәр түгел, ә ысынында шулай. Иң яуаплы һәм мөһим эштәрҙең береһе – Тыуған илде һаҡлау. Был эште һеҙ лайыҡлы үтәйһегеҙ", - тине ул. Фото: скриншот.