26-28 июлдә Өфөлә “Аҡыллы ҡала” проектының ҙур ваҡиғаһы үтәсәк.Ҡалаларҙың үҫеш һәм һанлы трансформация форумының маҡсаты - эшҡыуарлыҡтың төп дәүләт көйләүселәре һәм заказсылары менән туранан-тура диалог аша төп бурыстарҙы билдәләү. Форумдың эшлекле программаһында ҡатнашыу өсөн 50-нән ашыу ил саҡырыу алды.Ойоштороусылар тарафынан әҙерләнгән саралар ҡатнашыусыларға яңы белем алырға,алдынғы Рәсәй һәм халыҡ-ара эксперттар менән тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирәсәк. Форум сиктәрендә яһалма интеллект һәм пилотһыҙ осоу системалары үҫеше мәсьәләләре буйынса эшселәр төркөмө ултырыштары үтәсәк. Форумдың ойоштороусылары ҡатнашыуға 700-ҙән ашыу ғариза ҡабул иткән. Эшлекле программала стратегик сессиялар һәм дискуссиялар планлаштырылған. Фото: Башҡоротстан Хөкүмәте сайты.