Бөрйән районының Яңы Собханғол ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү йәһәтенән бик әүҙем эш алып бара. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдаш егеттәренең хәлен даими белешеп торалар, аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ туплап, гуманитар ярҙам да ойоштороп торалар. Ошо көндәрҙә улар күмәкләп алтынсы маскировка селтәре эшләп тапшырҙылар. Был эштә ауылдың ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары ағзалары ла, мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре лә, ағинәйҙәр ҡоро ла, йәштәр ҙә бик ихлас ҡатнашты. Әйткәндәй, был ауылдың элекке мәҙәниәт йортон һүтеп алыуҙарына бер нисә йыл инде. Шуға күрә элекке балалар баҡсаһы бинаһын клуб итеп тотоналар. Бында тормош ҡайнап тора. Бейеү, фольклор ансамблдәре бар, ҡатын-ҡыҙҙарҙың кис ултырып ҡул эштәре эшләүҙәре лә, башҡа мәҙәни саралар ҙа ойошторола. Ә инде “Гөлдәр” халыҡ вокал ансамбле ауылдың ғына түгел, бар райондың да ғорурлығы булып һанала. Шуға күрә бындай әүҙем һәм дәртле халыҡ ауыл уртаһында ҡалҡып сығасаҡ яңы мәҙәниәт йортон сабыр ғына