Элек-электән халҡыбыҙ араһында шифалы доғалары менән өшкөргән, имләгән, ҡот ҡойған, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан, мейе ҡаҡҡан, эс һылаған, һөлөк һалған, ҡот ҡойған кешеләр һәм кендек инәйҙәре булған. Улар төрлө йүнәлештә эш итеп, барыһы ла халыҡтың сәләмәтлеге өсөн башҡарылған. Медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ дауалаусыларына, имселәренә мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар. Шундай имсе инәйҙәрҙең береһе Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылында йәшәй. Көнһылыу Байрамғолова оҙаҡ йылдар ауылда һәм Беренсе Этҡол медпунктарында фельдшер булып эшләй. Өләсәһе Ғәйшә инәй ҙә, әсәһе Мөслимә лә им-том менән шөғөлләнә, ярҙам һорап килеүселәргә бар яҡлап ярҙам итә. Бала сағынан күреп үҫкән Көнһылыу Зәйнулла ҡыҙы ла үҙе лә һиҙмәҫтән кешеләрҙе дауаланыуға тотона. Эшләгән ваҡытында ул балалар ҡарай һәм уларҙы күп осраҡта ҡулының име, үҙенең тыны менән өшкөрөп йүнәлтеп тә ҡуя. - Миңә Баймаҡ, Әбйәлил, Сибай тарафтарынан ғына түгел, хатта башҡа райондарҙан да халыҡ күп килә. Күберәк балаға уҙа алмағандар, бәәпйҙәре булмаған ҡатын-ҡыҙҙар килә. Күп тә үтмәй ҡыуаныстарын уртаҡлашырға тағы ла киләләр, "рәхмәт инәй, балаға уҙғанмын", -тигән һүҙҙәре минең өсөн иң ҙур баһа. Хәҙер минең балаларымды һанап та бөтөрлөк түгел, -тип йылмая инәй. Шулай уҡ Көнһылыу Байрамғолова тел-теш ҡырҡа,ҡот ҡоя. Автор фотоһы.