Һәр иртәнең тотош көнгә тәьҫир итеүе бер кемгә лә сер түгел. Шуға уны хәйерле итер ун ғәҙәт тураһында яҙмаҡсыбыҙ. Уларҙың яртыһынан күберәген булһа ла ғәҙәт итеү, көн һайын уларҙы онотмай үтәү – бәхетле һәм сәләмәтле тормош нигеҙе ул. Йоҡонан иртә уяныу. Был һәр кемгә, буш ваҡыттың күберәк булыуы сәбәпле, ҡабаланмай ғына эшкә йыйынырға, көндө планлаштырырға, кисәге хәл ителмәгән мәсьәләләрҙе бойомға ашырырға мөмкинлек бирә. Һәр иртә тәҙрәне асыу, бүлмәне елләтеү. Хатта ҡышын да был ғәҙәт иртәрәк йоҡонан уянырға, энергия тупларға булышлыҡ итә. Яңы көнгә тәҙрә асығыҙ, тип тиккә әйтмәйҙәрҙер... Медитация. Бының өсөн йоҡонан иртәрәк уянып, үҙең өсөн 15 минут табыу төрлө ялҡытҡыс, насар уйҙарҙан ҡотолдорор. Лимонлы һыу эсеү. Был ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге өсөн яҡшы. Лимон организмды токсиндарҙан таҙартырға булышлыҡ итә. Өҫтәүенә, ул – С витамины сығанағы. Иртәнге душ, һыу менән ҡойоноу шәхси гигиена өсөн дә, яҡшы кәйеф өсөн дә кәрәк. Кәйефте күтәрерҙәй яҙма уҡыу. Әгәр йүгереү менән башҡа күн